Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИШЕК ТУЙЫ

Просмотров: 1041

БИШЕК ТУЙЫ, 1) башҡорттарҙа бала тыуыуға бәйле йола, яңы тыуған сабыйҙы йәмғиәткә ҡабул итеүҙе һәм уға торлаҡ (сәңгелдәк) биреүҙе кәүҙәләндергән. Ғәҙәттә бала тыуғандың 40‑сы көнөнә үткәрелгән. Ҡатын‑ҡыҙ һәм балалар саҡырылған. Кендек әбейе сабыйҙы, иҫәнлек‑һаулыҡ теләп, сәңгелдәккә һалған; балаға мул һәм бәхетле тормош насип булһын, тигән теләктәр м‑н сәңгелдәк аҫтына ҡунаҡтар килтергән тәм‑томдо һипкән. Уларҙы балалар йыйып алған; ҡатын-ҡыҙ йола табынын ойошторған. Тәүҙәрәк Б.т. ваҡытында исем ҡушыу ҙа үткәрелгән. Төрки халыҡтарға хас. 2) Тыуғандан һуң 40‑сы көндән алып 5 йәшкә тиклемге балаларҙы йәрәштереү йолаһы (ҡара: Ҡоҙалау). Төрлө ырыуға ҡараған башҡорттар, соц. статусын һәм матди хәлен нығытыу, ҡалым түләү ваҡытын оҙайтыу уйы м‑н, балаларын йәрәштергән. Б.т. ҡыҙ баланың ата-әсәһе йортонда үткәрелгән. Балаларҙы (ҡыҙҙы — әсәһе, малайҙы — атаһы) ҡиәмәтлек атайҙар ҡулына тапшырғандар. Ҡиәмәтлек атайҙар, балаларҙың исемен әйтеп, ҡиәмәтлек әсәйҙәр ҡулына биргән, улар сабыйҙарҙы исеме м‑н атап, алғыштар әйткән. Сабыйҙарҙы бер сәңгелдәккә һалғандар. Йоланың төп ғәмәлдәре ваҡытында никах һәм ғаилә темаһына арналған һамаҡтар башҡарылған. Ҡунаҡтар һәм хужалар бер‑береһенә бүләк бирешкән, “өйләнешкәндәр” хөрмәтенә йыр йырлаған. Б.т. мул табын м‑н тамамланған. Байрам табынына бәлеш, бауырһаҡ һ.б. бешерелгән. Ҡайһы бер төрки халыҡтарҙа таралған.

Ф.Ф.Фәтихова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019