Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕРҒАҘАНДАР

Просмотров: 838

БЕРҒАҘАНДАР (Pelecanus), ишкәк аяҡтар отрядының берғаҙандар ғаиләһенә ҡараған ҡош заты. 6 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда бөҙрә Б. һәм ал Б. осрай. Кәүҙә оҙонлоғо 160—180 см (ал Б. 140—175 см), ауырлығы 14 кг тиклем. Ата Б. ҙурыраҡ. Бөҙрә Б. ҡауырһын ҡапламы асыҡ һоро, ал Б. — ал төҫмөрлө аҡ төҫтә. Башы ҙур, ал Б. — оҙон, өлпөлө, бөҙрә Б. — оҙон бөҙрә ҡауырһынлы. Суҡышы оҙон, киң, осонда ырғаҡ һәм тиресәле тамаҡ ҡапсығы бар, ал Б. тамаҡ ҡапсығы һары, бөҙрә Б. — алһыу, яҙын ҡыҙғылт һары. Муйыны оҙон, ҡанаты ҙур, киң. Ҡойроғо ҡыҫҡа. Аяғы дүрт бармаҡлы, ҡыҫҡа, бармаҡтары йөҙөү ярыһы менән тоташҡан. Моногам. Ҡамыш баҫҡан ҙур күл буйында, йылға тамағында колониялар менән, ҡайһы ваҡыт парлап оя ҡора. Йылына 1 тапҡыр бала сығара, 2—3 аҡ йәки һарғылт йомортҡа һала. 30—42 көн инә һәм ата ҡош баҫа. Балыҡ менән туҡлана. Бөҙрә Б. 20 б. 40‑сы йй. Асылыкүлдә оялаған, 50‑се йй. алып, ал Б. кеүек үк, ҡоштарҙың осоп китеүе һәм килеүе ваҡытында ғына осрай. РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов, М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.03.2023