Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАТЕРИАЛДАРҘЫ ТЕРМИК ЫСУЛ МЕНӘН ЭШКӘРТЕҮ

Просмотров: 1104

МАТЕРИАЛДАРҘЫ ТЕРМИК ЫСУЛ МЕНӘН ЭШКӘРТЕҮ, материалдың структураһын һәм үҙенсәлектәрен үҙгәртеү маҡсатында уға йылылыҡ м‑н тәьҫир итеү операцияларының йыйылмаһы. Төп төрҙәре: иретмә һәм металдарҙы термик юл менән эшкәртеү, балсыҡты, үҙағасты, эзбизташты, металл мәғдәндәрен, быяланы, эмалде һ.б. яндырыу. Сәнәғәт мейестәрендә башҡарыла. Ҡайһы бер осраҡтарҙа эшкәртеүҙең икенсе төрҙәре (химик‑термик, термомеханик һ.б.) м‑н бергә алып барыла. Машиналар эшләүҙә, металлургияла, төҙөлөш материалдары сәнәғәтендә, быяла һәм фарфорфаянс сәнәғәтендә ҡулланыла. Башҡортостанда 20 б. 40‑сы йй. БашНИПИстром ин‑тында утҡа сыҙамлы керамик материалдар һәм бәйләүес матдәләрҙең яңы төрҙәрен (П.П.Будников, С.П.Зорин); 60‑сы йй. ӨАИ‑ла – ҡабыҙыу шәмдәре (ҡара: Ҡабыҙыу системаһы) өсөн техник керамика алыу б‑са тикшеренеүҙәр башлана; 70‑се йй. БР Төҙөлөш комплексы ғилми‑тикшеренеү проект‑конструкторлыҡ һәм производство ин‑тында (ҡара: Төҙөлөш һәм ҡала төҙөлөшө комплексы институты) конструкция керамикаһы өсөн ҡырсынташ етештереү технологияһы эшләнә (В.В.Бабков, В.А. Максименко). 90‑сы йй. Металдарҙың үтә һығылмалылығы ин‑тында – материалдарҙың магнит үҙенсәлектәренә М.т.ы.м.э. тәьҫире (Х.Я.Мөлөков), СДПИ‑ла эзбизташты мейестә яндырыу процесы (В.Ш.Шаһапов) өйрәнелә, 90‑сы йй. алып БашНИПИстром ин‑тында У.Ш.Шәйәхмәтов етәкс. утҡа сыҙамлы керамик материалдар алыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. БР‑ҙа М.т.ы.м.э. кирбес заводтарында, “Салаватстекло”, “Сода”, ӨАПБ, Учалы тау‑байыҡтырыу комб‑тында һ.б. пр‑тиеларҙа ҡулланыла.

В.И.Сергеев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019