Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘНӘҒӘТ МЕЙЕСЕ

Просмотров: 1088

СӘНӘҒӘТ МЕЙЕСЕ, эсендә бирелгән йылылыҡ режимын һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән, сикләнгән арауыҡ рәүешендәге йылытыу камераһы булған ҡоролма. Йылылыҡ энергияһы сығанағы б‑са — яғыулыҡ (башлыса газ йәки шыйыҡ яғыулыҡ файҙаланыла) һәм электр (электр энергияһы ҡаршылыҡлы, индукциялы, дуғалы һәм электрон‑нурлы мейестәрҙә йылылыҡҡа әйләнә); технологик тәғәйенләнеше б‑са — йылытыу (металдарҙы баҫым ярҙамында эшкәртеү алдынан әҙерләмәләрҙе йылытыу өсөн); термик (әҙерләмәләрҙе һәм изделиеларҙы кәрәкле т‑раға тиклем ҡыҙҙырғандан һуң билдәле мөхит эсендә көйләп һыуытыу); яндырыу (мәғдән, балсыҡ, эзбизташты һ.б. артабан ҡулланыу алдынан эшкәртеү); киптереү (ҡаты материалдарҙы киптереү); иретелгән тоҙ һәм металдан махсус мейес‑ванналар; эшләү принцибы б‑са — периодлы (камералы, ҡалпаҡлы, шахталы, туннелле, элеваторлы) һәм өҙлөкһөҙ эшләгән (барабанлы, каруселле, конвейерлы, импульслы, рольганглы, һуҙғыслы һәм иретеү); эш арауығының т‑раһы б‑са түбән (600—700°С), уртаса (700—1250°С), юғары т‑ралы (1250°С юғары) С.м. айырыла. Периодлы эшләгән мейестәрҙе файҙаланғанда универсаллек һәм һығылмалылыҡ, ҙур изделиеларҙы оҙайлы технологик сыҙамлыҡ һәм теләһә ниндәй т‑ра режимында йылытыу мөмкинлеге тәьмин ителә; өҙлөкһөҙ эшләгән мейестәрҙең етештереүсәнлеге юғарыраҡ һәм электр энергияһын тотоноу сығымы түбәнерәк була, улар өсөн изделиены йылытыу процесында тейәү уйымынан бушатыу уйымына табан күсеү хас. Мейестәрҙең контролдә тотолған нейтраль (окисламаған), углеродһыҙ, углеродлы атмосфераһы була. 20 б. 80‑се йй. ӨАИ‑ла ҡеүәте 40 кВт булған периодлы рәүештә эшләгән С.м. өсөн билдәле бер т‑раны тотоу һәм көйләү системаһы уйлап табылған (В.Г.Гусев, А.В.Мулик һ.б.); композицион материалдар м‑н нығытылған металл керамиканан ҡатнаш ҡойолмалар алыу өсөн көплөк формаларҙа ҡойоу процесына идара итеү мөмкинлеге биргән йылытыу ҡоролмаһы эшләнгән (Р.Ф.Мәмлиев, Ф.Ш.Шәрифйәнов һ.б.); ӨМЭПБ‑ла индерелгән. “Свартэкс” ААЙ‑нда иретеп йәбештереү электродтарын киптереү, ҡыҙҙырыу һәм һаҡлау өсөн ҡаршылыҡлы электр мейестәре уйлап табыла һәм ҡулланыла. Респ. пр‑тиеларында төрлө С.м. деталдәрҙе сыныҡтырыу, яндырыу, ҡайтарыу (мәҫ., ҡалын плёнкалы микроэлектроника элементтарын яһау өсөн конвейерлы мейестәр), ғилми‑тикшеренеү эштәрен үткәргәндә (әҙерләмәләрҙе термик эшкәртеү, йылытыу өсөн камералы электр мейестәре) һ.б. өсөн файҙаланыла.

Ф.Ш.Шәрифйәнов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019