Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙЫЛЫЛЫҠ ТЕХНИКАҺЫ

Просмотров: 1580

ЙЫЛЫЛЫҠ ТЕХНИКАҺЫ, йылылыҡ энергияһын алыу һәм уны сәнәғәттә, а.х., көнкүрештә, транспортта файҙаланыу ысулдарын, ш. уҡ йылылыҡ энергетикаһы ҡулайламаларының һәм йылылыҡ двигателдәренең эшләү принциптарын, конструктив үҙенсәлектәрен һәм уларҙа барған термодинамик, йылылыҡ‑масса алмаштырыу процестарын үҙ эсенә алған фән һәм техника өлкәһе. Техник термодинамика һәм йылылыҡ‑масса алмаштырыу теорияһы Й.т. теоретик нигеҙҙәре булып тора. Йылылыҡ алыу өсөн күбеһенсә органик яғыулыҡ файҙаланыла. Йылылыҡ энергияһын ҡулланыу өлкәһендә Й.т. үҫешенең төп йүнәлештәре: йылылыҡ менән тәьмин итеү системаларының йылылыҡ‑масса алмаштырыу (ректификациялаусы, киптереүсе һ.б.) һәм йылылыҡ алмаштырыу аппараттарында тейешле температура режимын булдырыу; энергия агрегаттарын һәм кәрәкле техник үҙенсәлектәргә (ҡыҙҙырыуға, утҡа сыҙамлылыҡ, йылы үткәреүсәнлек һ.б.) эйә булған конструкция материалдарын эшләү; һыуыҡты файҙаланыу (һыуытҡыс, криоген машиналар һәм ҡулайламалар). Башҡортостанда 20 б. 50‑се йй. уртаһынан энергия ҡулайламаларын һәм йылылыҡ двигателдәрен уйлап табыу б‑са ғилми тикшеренеүҙәр “Мотор” ҒПП‑нда, Авиация техник университетында һ.б., төрлө материалдарҙы уйлап табыу б‑са — Нефть техник университетында, Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында, ӨДАТУ‑ла, йылылыҡ‑масса күсереү процестарын өйрәнеү б‑са — Башҡорт дәүләт университетында, ӨДАТУ‑ла, ӨДНТУ‑ла һ.б. алып барыла. Асҡын, Белорет, Йылайыр һ.б. райондарҙа яғыулыҡ сифатында ағас ҡалдыҡтарын файҙаланыусы ҡаҙан ҡулайламалары эшләй. “Башкирэнерго” ААЙ тарафынан газ поршене агрегаттары нигеҙендә эшләгән электр йылытыу үҙәге файҙаланыуға тапшырыла; 1999 й. тәүге тапҡыр электр һәм йылылыҡ энергияһын бер юлы етештереү өсөн газ турбиналы ҡулайлама сафҡа индерелә. 40‑сы йй. алып Белорет металлургия комбинаты мейестәр һәм ҡаҙандар яһау өсөн ҡулланылыусы металл прокаты, ш. иҫ. ҡыҙҙырыуға, утҡа сыҙамлы металл; 50‑се йй. алып Благовещен арматура заводы — йылылыҡ м‑н тәьмин итеү системалары өсөн сәнәғәт үткәргес торба арматураһы; 2005 й. алып Өфө торба з‑ды пенополиуретандан йылылыҡ үткәрмәүсе ҡорос торбалар сығара. Республикала йылытыу һәм ҡаҙан ҡорамалдарын машиналар эшләү пр‑тиелары, ш. иҫ. “Нефтемаш” ААЙ (Дәүләкән ҡ.; автоматлаштырылған газ ҡаҙандары, күсмә пар м‑н йылытыу ҡулайламалары, нефтте йылытҡыстар һ.б.), “Теплотехника” ҒПП ЯСЙ (көнкүреш электр ҡаҙандары һәм сәнәғәт электр ҡаҙаны ҡорамалдары, электр пар генераторҙары һ.б.), ҡаҙан ҡорамалдары з‑ды (Туймазы ҡ.) һ.б. етештерә. 1996 й. алып “Басэт” ҒПП магистралдәрҙәге газды механик ҡатышмаларҙан, шыйыҡлыҡтарҙан һәм метанолдан таҙартыу өсөн фильтр‑патрондар, хром‑никелле ҡоростан ҡырланған торбалар һ.б. сығара. Шулай уҡ ҡара: “Башкоммунэнерго”, Йылылыҡ машинаһы.

Р.Ш.Латипов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: