Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭШСЕЛӘР ФАКУЛЬТЕТТАРЫ

Просмотров: 1221

ЭШСЕЛӘР ФАКУЛЬТЕТТАРЫ, СССР‑ҙа 1920—30 йй. эшсе йәштәрҙе вуздарға инеүгә әҙерләү өсөн дөйөм белем биргән уҡыу йорттары (йәки уларҙың бүлексәләре). 1920 й. 17 сент. ҡабул ителгән РСФСР ХКС‑ының “Эшселәр факультеттары тураһында” декретына ярашлы эшләй. Э.ф. башланғыс белеме булған эшселәр һәм крәҫтиәндәр пр‑тиелар һәм ойошмалар йүнәлтмәләре б‑са 16 йәштән алып ҡабул ителә; уҡыусыларға дәүләт стипендияһы бирелә. Уҡыу ваҡыты 3—4 йыл тәшкил итә. 30‑сы йй. аҙ. дөйөм һәм махсус урта белем үҫешенә бәйле Э.ф. бөтөрөлә. 60‑сы йй. аҙ. вуздарҙа эшсе һәм ауыл йәштәренең дөйөм белем кимәлен күтәреү маҡсатында әҙерлек бүлектәре асыла.

БАССР‑ҙа беренсе Башҡ‑н Э.ф. 1921 й. Өфөлә ойошторола, 1929 й. Б.Я.Нуриманов исеме бирелә, 1931 й. башлап Тимирязев К.А. ис. Башҡорт дәүләт педагогия институты составына инә, 1939 й. ябыла. Биол., механика, соц.‑иҡт., 1929 й. алып ш. уҡ мед. һәм а.х., 1932 й. ижт.‑иҡт. һәм физика‑техника бүлектәренән, үҙәк вуздарға әҙерлек һәм аспирантураға инеү өсөн әҙерлек секцияларынан тора. Көндөҙгө һәм киске (1925 й. башлап) бүлектәре була. 30‑сы йй.

Э.ф. ш. уҡ БАХИ‑ла һәм БДМИ‑ла эшләй. Тамамлаусылар Мәскәү, Ленинград, Ҡазан, Һарытау һ.б. ҡалаларҙың вуздарында уҡыуҙарын дауам итә.

И.Н.Байышев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019