Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОЛИМЕРЛАШЫУ

Просмотров: 1066

ПОЛИМЕРЛАШЫУ, мономер молекулаларын актив үҙәккә эҙмә‑эҙлекле тоташтырып юғары молекуляр берләшмәләр алыу процесы; сылбырлы реакция, кинетик сылбырҙың үҫеше макромолекуланың материал сылбыры үҫеше м‑н оҙатыла. Мономерҙар һанына ҡарап гомо‑ (1) һәм со‑ (2 һәм унан да күберәк) П., актив үҙәк тибы б‑са — радикаль (ирекле радикалдар), ионлы (иондар, полярлашҡан молекулалар; төрҙәре: анионлы, катионлы, ион‑координацион) П. айыралар. Стереоспецифик П. стереорегуляр полимерҙар алыу өсөн ҡулланыла. П. сылбырҙың инициирлау (инициаторҙар, катализаторҙар, ионлаштырыусы, йылылыҡ, электромагнит һ.б. нурланыш тәьҫире аҫтында актив үҙәктәр барлыҡҡа килеү), үҫеү (мономер молекулаларының актив үҙәккә күп тапҡыр ҡушылыуы), өҙөлөү (бер актив үҙәкте икенсеһе м‑н активһыҙлаштырыу) йәки тапшырыу (үҫеүсе макромолекуланың актив үҙәге мономерға, эреткескә, полимерға һ.б. күсә) стадияларын үҙ эсенә ала. П. ваҡытында С=С, С=О, С=N һ.б. ҡабатлы бәйләнештәр, цикллы төркөмдәр асыла (ионлы‑координациялы П. мономерҙы актив үҙәккә индереү уның координацияһы унда алдан булыуға бәйле); ҡайһы берҙә сылбырҙы тапшырғанда — ингибирлау, тапшырыусыларҙы күпләп индергәндә — теломеризация барлыҡҡа килә. Агрегат хәленә ярашлы П. реакцион мөхиттәрен массала йәки блокта (эреткес булмағанда шыйыҡ мономер П.), һыулы дисперсияларҙа (эмульсион, суспензион), тултырғыстарҙа, эретмәлә (радикаль, ионлы инициаторҙар йәки үтә ныҡ ваҡланған, гранулаланған ҡаты катализаторҙар тәьҫирендә), ҡаты (ионлаштырыусы нурланыш) йәки газ (ионлаштырыусы нурланыш йәки ҡаты катализатор өҫкө йөҙөндә) фазаларында, каналлы комплекстарҙа (мочевина) һ.б. атҡаралар. Башҡорто-станда 20 б. 60‑сы йй. Химия ин‑тында Ю.Б.Монаков етәкс. диендарҙың ионлы‑координациялы П. һәм винил мономерҙарының комплекслы‑радикаллы П. тикшерелә башлай, синтетик гуттаперча, полихлоропрен алыу ысулдары эшләнә, ионлы‑координациялы каталитик системаларҙың актив үҙәге составындағы күсемһеҙ металл берләшмәләре роле асыҡлана, тәүге тапҡыр уларҙың күп үҙәкле булыуы иҫбат ителә, актив үҙәктәрҙең һанына тәьҫир иткән факторҙар асыҡлана, винил мономерҙар нигеҙендә комплекслы‑радикаль П. ысулы м‑н юғары стереорегуляр булған полимерҙар алыу мөмкинлеге күрһәтелә. “Каучук” ЯАЙ‑нда синтетик каучуктар етештереү өсөн радикаль, стереоспецифик П., “Каустик” ААЙ‑нда суспензион П. — поливинилхлорид, гомополимерлашыуҙы — полиэлектролит; “Газпром нефтехим Салават” ААЙ‑нда радикаль П. — полиэтилен, сополимеризацияны полистирол, “Уфаоргсинтез” ААЙ‑нда радикаль П. — полиэтилен, ионлы‑координациялы П. — полипропилен һәм этилен‑пропиленлы каучук, “Авангард” пр‑тиеһында тултырғыстарҙа П. — компанор етештереү өсөн ҡулланалар.

Н.Н.Сигаева

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: