Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САЛАУАТ ИНДУСТРИАЛЬ КОЛЛЕДЖЫ

Просмотров: 992

САЛАУАТ ИНДУСТРИАЛЬ КОЛЛЕДЖЫ, 1957 й. Өфө урман техникумы (ҡара: Урман хужалығы техникумы) базаһында урман техникумы булараҡ асыла. 1958 й. алып Ишембай нефтехимия техникумы м‑н берләштерелгәндән һуң индустриаль техникум, 1994 й. хәҙ. статусын ала. 2014 й. Һөнәрселек училищеһы №19 ҡушыла. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә технологик процестарҙы һәм производстволарҙы автоматлаштырыу, һыу м‑н тәьмин итеү һәм һыу бүлеү, компьютер системалары һәм комплекстары, сәнәғәт ҡорамалдарын монтажлау һәм техник файҙаланыу, нефть һәм газ эшкәртеү, биналар һәм ҡоролмаларҙы төҙөү, файҙаланыу, машиналар эшләү технологияһы һ.б һөнәрҙәр б‑са алып барыла. 12 компьютер класы, электр- техника һәм механика лаб., уҡытыу- производство, автомеханика, электр- механика, электр‑монтаж оҫтаханалары, бәләкәй типографияһы, китапханаһы, уҡыу, тамаша залдары, спорт комплексы, тиры, музыка студияһы, психологик бушаныу бүлмәһе, хәрби һәм хеҙмәт даны музейы, ятағы, уҡыу‑спорт базаһы бар. 50 меңдән ашыу белгес һәм эшсе әҙерләнгән (2015), улар араһында Р.Р.Бабушкин, Й.М.Әбдрәшитов. ӨДАТУ, ӨДНТУ м-н хеҙмәттәшлек итә.

А.С.Михайлов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: