Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИБАЙ СӘНҒӘТ КОЛЛЕДЖЫ

Просмотров: 1137

СИБАЙ СӘНҒӘТ КОЛЛЕДЖЫ, 1997 й. Сәнғәт училищеһы филиалы булараҡ асыла, 2005 й. хәҙерге статусын ала. 2020 й. К.А.Вәлиев исеме бирелә. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә актёрлыҡ сәнғәте, вокал сәнғәте, һынлы сәнғәт, музыкаль инструменттарҙа (халыҡ оркестры инструменттары, ҡыллы, тынлы һәм һуҡма оркестр инструменттары, фортепьяно) уйнау һөнәрҙәре буйынса алып барыла. Художество оҫтаханалары, китапханаһы, компьютер класы, концерт һәм 2 репетиция залы, дөйөм ятағы бар. Халыҡ инструменттары, эстрада ансамблдәре; башҡ. халыҡ инструменттары, тынлы инструменттар оркестрҙары эшләй. Уҡыу йорто менән К.А.Вәлиев (йырсы) һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 300‑ҙән ашыу белгес әҙерләнгән (2015).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

А.Ғ.Ҡамбулатов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.12.2021
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: