Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘҘЕРГЕ ДИНИ ХӘРӘКӘТТӘР

Просмотров: 1052

ХӘҘЕРГЕ ДИНИ ХӘРӘКӘТТӘР, 20 б. 60—70‑се йй. барлыҡҡа килгән дини берекмәләр һәм төркөмдәр. Көнбайыш христиан йүнәлешендәге (“Христос сиркәүе”, “Ғаилә” һ.б.), көн­сығышта (Трансценденталь медитация, Халыҡ‑ара Кришна аңы йәмғиәте һ.б.), беҙҙең илдә (“Державная” Божья Матерь православие сиркәүе, “Алтай Ашрамы” һ.б.) килеп сыҡҡан, интерконфессиональ [Берләшеү (Мун) сиркәүе, сайентологик ойошмалар һ.б.] Х.д.х. айырыла. Үҙәктәр, миссиялар, колониялар, коммуналар формаһында эшләй; дини берекмә башында кешеләрҙе үҙенә ҡаратыу һәләте булған шәхес тора, традицион ғибәҙәт ҡылыу юҡ.

Башҡортостанда Х.д.х. 20 б. 90‑сы йй. барлыҡҡа килә. 1992 й. Өфөлә көнбайыш христиан йүнәлешендәге “Ағиҙел буйында Христос сиркәүе” общинаһы (неопятидесятниктар), 1995 й. “Христиандар союзы” С.‑Петербург христиан харизма сиркәүе миссияһы, 1996 й. “Өфөләге сиркәү” төҙөлә. Ойошмаларҙың күпселеге (Өфөлә — “Еңеү тормошо”, Стәрлетамаҡ ҡ. — “Тере дин”, Мәләүез ҡ. — “Христоста азатлыҡ” һ.б.) “Бөйөк бурыс” Инжил Дине Христиандары Сиркәүҙәре ассоциацияһы Үҙәкләштерелгән дини ойошмаһына инә. 1999 й. алып Күмертау, Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡҡ. “Алтай Ашрамы” хәрәкәтенә эйәреүселәр күренә башлай. Көнсығышта килеп сыҡҡан берекмәләр йога, Халыҡ‑ара Кришна аңы йәмғиәте үҙәктәренән; интерконфессиональ берекмәләр Берләшеү (Мун) сиркәүенән тора (2009).

М.Р.Бигнова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: