Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОДАЛИРИЙ

Просмотров: 848

ПОДАЛИРИЙ (Iphiclides podalirius), күбәләктәр отрядының елкәнлеләр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Европала, Алғы һәм Урта Азияла таралған. Ҡанатының ҡоласы 6—8 см, һарғылт аҡ төҫтә, арҡыры ҡара һыҙатлы. Артҡы ҡанаттарында эске (ҡара) һәм тышҡы (ярым ай формаһындағы зәңгәр таптар) ситтәре, аҫҡы өлөшөндә — ҡыҙғылт һары‑күк тап һәм оҙон ҡара ҡойроҡ рәүешле үҫенте бар. Йомортҡаһы ҡара төҫтә, ярымшар формаһында, асыҡ һары төҫтәге 2 балдағы һәм ҡыҙғылт түбәһе бар, роза һымаҡтарҙың ағас төрҙәре япраҡтарының аҫҡы өлөшөнә һала. Ҡарышлауығы ҡара төҫтә, арҡаһында бәләкәй һәм ҙур йәшкелт таптар (аҙаҡтан арҡа буйлап һәм аяҡтарының өҫтөндә һарғылт һыҙат булған йәшелгә әйләнә), кәүҙәһенең ян‑яҡтарынан һарғылт ҡыя һыҙаттар бар; ҡурсаҡланыу алдынан һарғаялар. Ҡарышлауыҡтары туҡлана торған үҫемлектәрҙә ҡурсаҡлана. Ҡурсаҡтары һарғылт көрән, һоро төҫтә, үтә күренмәле япма менән ҡапланған. БР шарттарында бер йыл эсендә 2 быуынға тиклем үҫә. Ҡурсаҡтары ҡышлай. Күбәләктәре май аҙағынан алып авгусҡа тиклем оса, көндөҙ әүҙем, сәскә таты менән, ҡарышлауыҡтары емеш культураларының, талдарҙың япрағы менән туҡлана. БР‑ҙа дала һәм урман‑дала зоналарында осрай.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.01.2023