Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИНЕГЛАЗОВ ҠУРҒАНДАРЫ

Просмотров: 787

СИНЕГЛАЗОВ ҠУРҒАНДАРЫ, б.э. 9—10 бб. археологик ҡомартҡыһы. Силәбе ҡ. 15 км алыҫлыҡта Синеглазов күленең көньяҡ‑көнбайыш ярында урынлашҡан. С.А.Гатцук һәм Н.К.Минко тарафынан 1906 й. асыла һәм 1908—09 йй. өйрәнелә, 1959 й. В.С.Стоколос тикшерә. Ҡурғанлы (диам. 10—15 м, бейеклеге 0,5 м) ҡәберлектәргә ҡарай. 9 ҡурғандан тора. Мәйеттәр һай (яҡынса 0,6 м) ҡәбер соҡорҙарында ерләнгән. Ҡәберҙәрҙә ҡорал (тимер һәм һөйәк уҡ башаҡтары, ҡылыс), эйәр‑өпсөн (тимер ауыҙлыҡ, өҙәңге), бронза һәм көмөш тәңкәләр, таралғылар м‑н биҙәлгән бил ҡайыштары, биҙәүестәр (көмөш беләҙектәр, йөҙөктәр) табылған. Төбө үҫемлек орнаменты рәүешендә гравировка м‑н биҙәлгән көмөш иран туҫтағы, һарғылт йәшел төҫтәге һыбайлылар һүрәте төшөрөлгән ебәк туҡыма (Иранда етештерелгән, тип фараз ителә) киҫәктәре табылған. Ҡомартҡы фин‑уғыр ҡәбиләләре тарафынан ҡалдырылған, тигән фараз бар.

Әҙәб.: С т о к о л о с В.С. Курган на озере Синеглазово //Археология и этнография Башкирии. Уфа, 1962. Т.1.

В.А.Иванов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: