Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕЛИВАНОВ Александр Иванович

Просмотров: 1093

СЕЛИВАНОВ Александр Иванович (13.5.1961, Күмертау ҡ. — 7.12.2020, Мәскәү ҡ.), философ, социолог. Философия фәндәре докторы (1999), профессор (2001). БДУ‑ны тамамлаған (1984), 1986 й. алып шунда уҡ эшләй. 1991 й. башлап “Полином” аналитик үҙәгенең (Өфө ҡ.) ғилми директоры, бер үк ваҡытта 1992 й. алып Күмертау ҡ. 1‑се гимназияһы директор урынбаҫары. 1995 й. алып Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының ғилми-тикшеренеү һәм мәғлүмәт-аналитика үҙәге етәксеһе, бер үк ваҡытта 2000 й. башлап ӨЮИ‑ның социаль-гуманитар дисциплиналар кафедраһы начальнигы. 2002 й. алып Мәскәү ҡ.: РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһы Дәүләт хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү институтының фәнни эш буйынса проректоры, 2003 й. — мәғлүмәт-аналитика үҙәге директоры, 2004 й. — Иҡтисад һәм көрсөккә ҡаршы идаралыҡ институты уҡытыусыһы, 2005 й. — “Акваинфотека” ФДУП‑ы директоры урынбаҫары, 2006 й. башлап РФ ЭЭМ‑ының Иҡтисади хәүефһеҙлек академияһы ғилми-тикшеренеү бүлеге начальнигы, 2012 й. — РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы эргәһендәге Микроиҡтисад институтында, 2013 й. — РФ Хөкүмәте эргәһендәге Финанс университетының Иҡтисади сәйәсәт һәм иҡтисади хәүефһеҙлек мәсьәләләре институтында баш ғилми хеҙмәткәр. Фәнни тикшеренеүҙәре онтология һәм урыҫ традициялары, социаль процестар, үҫешеүсе системалар, дәүләт менән идара итеү проблемаларына арналған.

Х е ҙ м.: Государство и экономика современной России: реальность и перспективы (политико-правовой анализ). М., 2006 (авторҙ.); Стратегическая безопасность российского государства: политико-правовое исследование. М., 2011 (авторҙ.); Экономические методы мониторинга коррупционных проявлений. М., 2015.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Р.Р.Вәхитов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.11.2021
Связанные темы рубрикатора: