Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИНАГОГА

Просмотров: 1523

СИНАГОГА (гр. synagōgḗ — йыйын), иудаизмда ғибәҙәт йорто, дин һәм община үҙәге. С. Фәләстанда (б.э.т. 4 б.) һәм Мысырҙа (б.э.т. 3 б.) барлыҡҡа килә; һуңынан йәһүд диаспораларында асыла башлай. С. архитектур стилдәре төрлө. Дөйөм һыҙаттары: тура мөйөшлө форма, 3 йәки 5 нефлы, Тәүрат төргәктәре һалынған синагога һандығы (Арон Кодеш), изге текстарҙы уҡыу өсөн күтәрмә (бима), “мәңгелек шәм” (нер тамид), тәһәрәтләнеү бассейны (миквэ) һ.б. С. эргәһендә башланғыс дини мәктәптәр (хедерҙар) эшләгән. Өфөлә ғибәҙәт йорто 1855 й. алып билдәле. 19 б. аҙ. С. ағас бинаһы төҙөлә. 1915—30 йй. синагога комплексы 2 ҡатлы таш ғибәҙәт ҡорамынан (хәҙ. Башҡорт филармонияһы бинаһы), хедер биналарынан, иҫке ғибәҙәт йортоноң ағас бинаһынан тора. 1930 й. башлап йәһүдтәр дини йолаларҙы үҙ йорттарында үткәргән. 2000 й. Өфөлә яңынан С. асыла, ул торлаҡ йорттоң цоколь ҡатында урынлаша. 2008 й. Л.Ш.Дубинский проекты б‑са БР Йәһүд общинаһы үҙәгенең 3 ҡатлы бинаһы (майҙаны 6029 м2) төҙөлә. Бинаның алғы композицияһы ҡыйығындағы быяла пирамида м‑н бергә фасадта “Дауыт йондоҙо”н хасил итә. Ғибәҙәт йорто (бейеклеге 12 м) — 1000 урынлыҡ. Балалар баҡсаһы, мәктәп, мед. һәм һауыҡтырыу үҙәктәре, кашрут аҙыҡ бешерелә торған хәйриә ашханаһы һ.б. эшләй.

Э.А.Шкурко

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: