Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПАРАЩЕНКО Владимир Михайлович

Просмотров: 1130

ПАРАЩЕНКО Владимир Михайлович (16.10.1936, Невель ҡ. — 23.9.2021, Өфө ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. Техник фәндәр кандидаты (1989). БР‑ҙың атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1994). ӨАИ‑ны тамамлаған (1966). 1960 й. алып ӨНИ‑лә. 1962 й. башлап ӨМЭПБ‑ла эшләй: 1965 й. — өлкән мастер, 1967 й. — цех начальнигы урынбаҫары, 1968 й. — цех начальнигы, 1976 й. — генераль директор урынбаҫары, 1986 й. — генераль директор, 1998 й. — консультант, 2005 й. алып генераль директор советнигы, бер үк ваҡытта 1988–2001 йй. ӨДАТУ‑ла машиналар һәм ҡойоу производствоһы технологиялары кафедраһы мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге ҡойоу производствоһы технологияларын камиллаштырыуға арналған. П. етәкселегендә АЛ‑31СТ газ турбиналы двигателдәр, ҡаргиҙәрҙәр, “Урал” мотоблоктары сығарыла башлай; канюля етештереү цехы асылған. СССР МС‑ы (1991), Н.Е.Жуковский исемендәге (1994) премиялар лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1994), “Почёт Билдәһе” (1980), Дуҫлыҡ (1995) ордендары менән бүләкләнгән.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.04.2023
Связанные темы рубрикатора: