ПАРИКМАХЕРСКИЙ
ПАРИКМАХЕРСКИЙ, б ө ҙ р ә х а н а, сәсте (сәс алыу, йыуыу, буяу, бөҙрәләтеү), тырнаҡты (маникюр, педикюр), бит һәм тән тиреһен ҡарау б‑са хеҙмәттәр күрһәткән, сәстән изделиелар яһау эше (парик, яһалма мыйыҡ, һаҡал эшләү һәм йүнәтеү) м‑н шөғөлләнгән предприятие. Матурлыҡ салоны, салон‑П. һәм П. айырыла. Өфөлә 1880 й. 3 парикмахер оҫтаһы эшләгән. Башҡортостанда 20 б. башында шәхси П. эшләй (1915 й. —__ 21 П.), улар ҡала башҡармаһы ҡарамағында була; 30‑сы йй. аҙ. — 30 П.; 1945 — 60 (203 кресло); 1956 — 67 (203; бөтәһе лә — Өфө); 1960 — 252; 1965 — 307, үҙ‑үҙеңде хеҙмәтләндереү П. эшләгән (электр бритваһы м‑н ҡырыныу); 1970 — 345; 1975 — 391; 1990 — 341; 2008 — 398. Күрһәткән хеҙмәттәренең күләме б‑са иң ҙур П.: “Д‑Люкс”, “Камелия”, “Лаванда”, “Шарм” (бөтәһе лә — Өфө); “Тылсымсы” (Стәрлетамаҡ ҡ.), “Йәшлек” (Ишембай ҡ.), “Сафлыҡ” (Туймазы ҡ.), “Стимул плюс” (Благовещен ҡ.). Йыл һайын “Алтын тараҡ” парикмахер һәм биҙәү сәнғәте конкурсы үткәрелә (2000 й. алып). Белгестәрҙе әҙерләү Технология һәм дизайн колледжында, Бөрө, Сибай, Өфө ҡҡ. һөнәрселек лицейҙарында; “Фигаро” парикмахер сәнғәте үҙәгендә (Өфө) һ.б. алып барыла.
И.С.Греханова
Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев