Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РАДИОАКТИВ ЭЛЕМЕНТТАР

Просмотров: 1313

РАДИОАКТИВ ЭЛЕМЕНТТАР, тотороҡһоҙ ядролы һәм радиоактив тарҡалыуға дусар булған химик элементтар. Р.э. технеций, прометий, полоний һәм Д.И.Менделеевтың периодик системаһындағы артабанғы бөтә элементтар, актиноидтар (торий, протактиний, уран, нептуний, плутоний, америций, кюрий, берклий, калифорний, эйнштейний, фермий, менделевий, нобелий, лоуренсий) инә. Тәбиғи һәм яһалма Р.э. айыралар. Тәбиғәттә торий, уран таралған (төрлө минералдар барлыҡҡа килтерә), аҙ миҡдарҙа уларҙың тарҡалыу (радон изотоптары) һәм урандың йыһан нурҙарының нейтрондары тәьҫирендәге реакция продукттары һ.б. (нептуний, плутоний, технеций, прометий изотоптары) осрай. Тәбиғи Р.э. ҡайһы берҙәренең ярым тарҡалыу периоды Ерҙең йәшенә ярашлы; 232Th (T1/2= 1,41•1010 йыл), 40К (Т1/2=1,25•109 йыл), 235U (T1/2= 7,13•108 йыл), 238U (T1/2= 4,51•109 йыл). Актиноидтар — реакцияға һәләтле, асыҡ һауала ҡарайған, ваҡ итеп онталған хәлдә үҙенән‑үҙе тоҡанған көмөш‑аҡ металдар. Нептунийҙың, плутонийҙың иреү т‑раһы 640°С самаһы, ҡалғандарыныҡы 1000°С юғарыраҡ. Водород, кислород, азот, көкөрт, галогендар һ.б. металл булмаған элементтар м‑н реакцияға инә, комплекслы берләшмәләр барлыҡҡа килтереүгә һәләтле. Уларҙың берләшмәләренең һыуҙағы эретмәләренә гидролиз, полимерлашыу, диспропорционлау, үҙен интенсив нурландырыу арҡаһында ҡуҙғатылған реакциялар хас. Ауыр Р.э. һәм уларҙың берләшмәләре ағыулы. Тәбиғи Р.э. радиохимия ысулдары м‑н составында торий, уран булған мºƒ дºндºр´ºн, уларҙың етештереү ҡалдыҡтарынан сығарып алалар. Яһалма Р.э. тиҙләткестәрҙә, атомлы реакторҙарҙа ядро реакциялары һөҙөмтәһендә, эшкәртелгән ядро яғыулығынан күбеһенсә ионлы алмашыу, экстракция ысулдары м‑н сығарып алалар. Р.э. ядро энергетикаһында яғыулыҡ итеп, борт йыһан системаларында электр тогының ядро сығанағы, ядро ҡоралында энергия сығанағы етештереүҙә; ҡайһылары мед., дефектоскопияла, активлаусы анализда һ.б. ҡулланыла. Башҡортостанда 20 б. 60‑сы йй. алып Химия ин‑тында тәбиғи Р.э. (торий, уран) физик‑химик процестарын системалы тикшереү алып барыла. Нефть сульфоксидтары нигеҙендә уранды ҡатышмаларҙан айырыу өсөн экстракция технологиялары булдырыла (Ю.Е.Никитин), урандың ксенон берләшмәләре м‑н реакцияларының хемилюминесценцияһы табыла, уның комплекслы берләшмәләренең фотофизик процестары өйрәнелә (В.П.Казаков). Респ. Р.э. рак ауырыуы (ҡара: Онкология диспансеры) һәм бөйөр (ҡара: Кардиология диспансеры) ауырыуҙары диагностикаһында, шыйыҡсаларҙың кимәлен контролдә тотоу ҡоролмаларында һәм янғынға ҡаршы сигнализация датчиктарында, дауаханаларҙа, шифаханаларҙа радон ванналары (радондың радиоактив изотобы бар) ҡулланыла. БДМУ‑ла диагностикала тамғалы берләшмәләрҙе ҡулланыу лаб. булдырыла, Хеҙмәт мед. һәм кеше экологияһы ҒТИ‑нда, ҡала санитария‑эпидемиология ст. биосфераның радиоактив бысраныуына мониторинг үткәрелә, төҙөлөш материалдарының тәбиғи радиоактивлығы өйрәнелә.

В.П.Казаков

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 

 


 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019