Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАҘАРҘАР

Просмотров: 948

БАҘАРҘАР, хеҙмәт күрһәтеү, тауар һәм ресурстар м‑н алмашыуға бәйле баҙар мөнәсәбәттәрен тормошҡа ашырыу сфераһы. Хосуси милекселәр тейешле Б. аша фирмаларға иҡт. ресурстарын (хеҙмәт, капитал, сеймал һ.б.) һата; етештереүселәр һатып алынған ресурстарҙы тауар етештереү һәм хеҙмәт күрһәтеүҙе ойоштороу өсөн файҙалана, уларҙы һуңынан продукция Б. һата. Баҙар мөнәсәбәттәре объекттарының иҡт. тәғәйенләнеше б‑са етештереү саралары Б., тауар һәм хеҙмәт күрһәтеү (ҡулланыусылар Б.), мәғлүмәт, финанс, хеҙмәт баҙарҙары һ.б. айырыла; тауар төркөмдәре б‑са — ҡулланыусылар тауарҙары баҙарҙары, етештереү тәғәйенләнешендәге тауарҙар, сеймал һәм материалдар Б. һ.б.; геогр. урынлашыуы б‑са — урындағы (локаль) Б., төбәк, милли, донъя Б.

Башҡортостанда баҙар үҙгәртеп ҡороу осоронда Б. бөтә төп төрҙәре формалаша. Ҡиммәтле ҡағыҙҙар эмиссияһы күләме, фонд Б. әйләнеше, төп эмитенттарҙы баҙар капиталлаштырыуы һәм финанс Б. башҡа күрһәткестәре б‑са БР РФ‑тың алдынғы ун субъекты иҫәбенә инә. Шулай уҡ ҡара: Баҙар конъюнктураһы, Маркетинг, Баҙар иҡтисады.

Г.М.Россинская

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: