Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠУЛЛАНЫУСЫЛАР ТАУАРҘАРЫ БАҘАРЫ

Просмотров: 989

ҠУЛЛАНЫУСЫЛАР ТАУАРҘАРЫ БАҘАРЫ. Аҙыҡ-түлек һәм сәнәғәт тауарҙарын ваҡлап һатыу баҙарҙарын үҙ эсенә ала. Функциялары: яңыртып етештереү (халыҡҡа тулайым милли продукттың бер өлөшөн һатыу һәм етештереүгә, уның әйләнешенә киткән сығымдарҙы ҡаплау), дәртләндереү (юғары ихтыяжлы тауарҙар етештереүгә), көйләү (халыҡтың аҡса килемен ғәмәлләштереү), тергеҙеү (халыҡтың матди һәм рухи ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү аша эшсе көстө яңыртып етештереү). Ҡ.т.б. үҫешкәнлеге ваҡлап һатыу сауҙаһының әйләнеше күрһәткесе м‑н билдәләнә.

Башҡортостанда ваҡлап һатыу сауҙаһы әйләнеше (млрд һум): 2000 й. — 49,4; 2004 — 133,6; 2008 — 428,9; 2010 й. — 512,1. Ҡ.т.б. структураһында сәнәғәт тауарҙары өлөшө 2003 й. алып 50%‑тан аша. Ваҡлап һатыу баҙарҙарында һатылған ҡулланыу тауарҙарының сағыштырма өлөшө (%) 2002 й. — 19,6, 2008 й. — 14,9, 2010 й. 17,0 тәшкил иткән. Оҙайлы ҡулланылышлы тауарҙар һатыу күләме (ш. иҫ. ҡулланыу кредиттары иҫәбенә), йәмәғәт туҡланыуы әйләнеше арта. Иҡт. эшмәкәрлек төрҙәре б‑са пр‑тиеларҙың дөйөм күләмендә сауҙа пр‑тиеларының сағыштырма өлөшө 28,4% тәшкил итә (2010).

Г.Ф.Биғлова

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: