МЕТАЛЛОФИЗИКА
МЕТАЛЛОФИЗИКА, физиканың металл һәм иретмәләрҙең структураһын, уларҙа барған процестарҙы, физик һәм химик үҙенсәлектәрен өйрәнгән бүлеге. М. ҡаты есемдәр физикаһы составына инәһәм материалдарҙы өйрәнеү ғилеменең физик нигеҙе булып тора. М. металдарҙың, иретмәләрҙең төҙөлөшөһәм уларҙыңүҙенсәлектәре араһындағы фундаменталь бәйләнештәрҙе билдәләй, ш. уҡ ваҡытта ул тикшеренеүҙәрҙең эксперименталь ысулдарына һәм төрлө физик теорияларға (квант һәм статистик механикаға, термодинамикаға, тотош мөхиттәр механикаһына һ.б.) нигеҙләнә. М. 3 төп йүнәлешен айыралар: металдарҙың микроскопия теорияһы, дефекттарҙы өйрәнеүһәм уларҙың металдарҙың механик, электр һ.б. үҙенсәлектәренә йоғонтоһон тикшереү, фазаларҙы һәм гетерофазалы металл материалдарын өйрәнеү. Хәҙерге М. квант механикаһы закондарына нигеҙләнеп, металл һәм иретмәләрҙең йылы һыйышлығының т‑раға бәйле булыуын, уларҙыңүткәреүсәнлеген, юғары үткәреүсәнлек һәм ферромагнетизм күренештәрен тасуирлай. М. реаль металдарҙыңүҙенсәлектәрен кристаллы төҙөлөш дефекттары теорияһы — вакансия, дислокация, бөртөктәр сиге һәм фазалар ярҙамында тасуирлай. Башҡортостанда М. б‑са тикшеренеүҙәр 20 б. 60‑сы йй. башлап БДУ‑ла, ӨДАТУ‑ла, 70‑се йй. — Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин‑тында һәм 80‑се йй. — Металдарҙыңүтәһығылмалылығы проблемалары ин‑тында алып барыла. БДУ‑ла ферромагнетиктарҙың домен структураһы теорияһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрелә (Р.М.Вәхитов, Е.Г.Екомасов, М.М.Фарзетдинов, А.Ә.Хәлфина, М.Ә.Шәмсетдинов һ.б.), юғары үткәреүсәнлек һәм ферромагнетиктарҙа спин тулҡындары теорияһы (М.Б.Сәғҙәткирәева, М.Х.Харрасов һ.б.) үҫтерелә. Республикала М. реаль металдарҙың структураһын һәм механик үҙенсәлектәрен тикшереү м‑н бәйле өлкәһе киңүҫеш ала. Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин‑тында ныҡлыҡһәм һығылмалылыҡ физикаһы өлкәһендә теоретик тикшеренеүҙәр үткәрелә; металдарҙың емерелеүе теорияһы, кристаллы төҙөлөшө дефекттарының кинетик теорияһы эшләнә (Ш.Х.Ханнанов). Металдарҙыңүтәһығылмалылығы проблемалары ин‑тында, ӨДАТУ‑ла металдарҙыңүтәһығылмалылығы б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла; поликристалдарҙа улар рәшәткәле дислокацияларҙы йотҡанда тиң булмаған бөртөктәр сиге барлыҡҡа килеү күренеше асыла (Р.З.Вәлиев, О.Ә.Ҡайбышев); үтәһығылмалылыҡ хәлендәҡалыплау һәм ҡаты фазала тоташтырыу технологиялары эшләнә (Р.Й.Лотфуллин). 90‑сы йй. башынан М. яңы йүнәлеше үҫешә — күләмле наноструктур материалдарҙы алыу һәм тикшереү: уларҙы деформация юлы м‑н алыу ысулдары табыла һәм файҙаланыла (Вәлиев, О.Р.Вәлиәхмәтов, Р.М.Ғәлиев, Р.Р. Мөлөков, Г.А.Салищев һ.б.), электр, магнит, механик үҙенсәлектәре өйрәнелә (А.В.Корзников, Мөлөков, Х.Я.Мөлөков һ.б.), уларҙы формалаштырыуҙың, структура һәм үҙенсәлектәренең теоретик моделдәре яһала (А.П.Жиляев, А.Ә.Назаров, А.И.Пшеничнюк, Ф.З.Үтәшев һ.б.). Наноструктур титан (Вәлиәхмәтов, Ғәлиев), алюмин (М.В.Маркушев), ҡыҙҙырыуға сыҙамлы никель иретмәләрен (В.Ә.Вәлитов), интерметаллидтарҙы (В.М.Имаев, Р.М.Имаев) һәм композицион материалдарҙы (В.В.Астанин) алыу технологиялары эшләнә. Камиллаштырылған рентген структуралы анализ ысулдары наноструктур материалдарҙың структураһын һәм үҙенсәлектәрен тикшереүөсөн ҡулланыла (И.В.Александров).
А.А.Назаров
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов