Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТРАПЕЗНИКОВ Валентин Кузьмич

Просмотров: 1272

ТРАПЕЗНИКОВ Валентин Кузьмич [5.3.1931, БАССР‑ҙың Өфө районы Алатор а. (БР‑ҙың Иглин районы) — 4.6.2019, Өфө ҡ.], үҫемлектәр физиологы. Биология фәндәре докторы (1992), профессор (2001). БССР‑ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1991). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1955) Һәүәнәк совхозында (Баймаҡ районы), 1955 й. алып Инәк тоҡомсолоҡ совхозында (Ейәнсура районы), 1957 й. — Яңы Жуков урта мәктәбендә, 1958 й. — Ауыл хужалығы буйынса инспекцияла, 1960 й. — “Дуҫлыҡ” колхозында (бөтәһе лә — Өфө районы) эшләй. 1963 й. башлап Биология институтында: 1972 й. алып өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1978 й. — лаборатория мөдире, 1997—2014 йй. баш ғилми хеҙмәткәр. Фәнни тикшеренеүҙәре уңайһыҙ үҫеү шарттарында үҫемлектәрҙең туҡланыуын оптималләштереү һәм продукцион процесын көйләү проблемаларына арналған. Т. тарафынан минераль ашламалар ҡулланыуҙың ресурс һаҡлаусы һәм экологик яҡтан таҙа технологиялары нигеҙләнгән, яҙғы бойҙай сорттарының локаль туҡландырыуҙың үҙенсәлекле шарттарына һиҙгерлеге өйрәнелгән. Т. Башҡ-н ауыл хужалығы ҒТИ хеҙмәткәрҙәре менән берлектә минераль ашламаларҙы локаль ҡулланыу технологиялары үҙенсәлектәренә яраҡлаштырылған сорттар булдырыу буйынса эштәр алып барған.

Х е ҙ м.: Физиологические основы локального применения удобрений. М., 1983; Локальное питание растений. Уфа, 1999 (авторҙ.); Системная реакция растений на локальное воздействие минерального питания. Уфа, 2015 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.10.2021