Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠУЛЛАНЫУСЫЛАР КӘРЗИНЕ

Просмотров: 924

ҠУЛЛАНЫУСЫЛАР КӘРЗИНЕ, кеше һаулығын һаҡлау һәм уның йәшәү эшмәкәрлеген тәьмин итеү өсөн кәрәк булған аҙыҡ-түлек, сәнәғәт тауарҙары һәм хеҙмәттәрҙең миним. йыйылмаһы. Халыҡтың төп соц.‑демографик төркөмдәре (хеҙмәткә яраҡлылар, пенсионерҙар, балалар) өсөн федераль башҡарма власть органдары эшләгән һәм РФ Хөкүмәте раҫлаған тәҡдимдәр нигеҙендә 5 йылға 1 тап ҡырҙан кәм булмаған осорға натураль сағылышында билдәләнә. Башҡортостанда Ҡ.к. Респ. Хөкүмәтенең рәсми тәҡдиме б‑са БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тарафынан ғәмәлгә индерелә.

Аҙыҡ‑түлек йыйылмаһы (ҡара: табл.) — халыҡтың аҙыҡ матдәләренә (аҡһымдар, майҙар, углеводтар) ихтыяжынан, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә урынлашҡан туҡланыу тәртибенән, сәләмәт туҡланыу өсөн миним. сығым сарыф итеп аҙыҡ‑түлек һайлауҙан; сәнәғәт тауарҙары йыйылмаһы миним. төрлөлөктән һәм яңыртылып тороуҙан, ваҡлап һатыу хаҡтарының түбән булыуынан, шәхси (кейем‑һалым, аяҡ кейеме) һәм дөйөм ғаилә (сәнәғәт тауарҙарына киткән сығымдарға ҡарата проценттарҙан сығып урын-ер ҡаралдыһы, мәҙәни- көнкүреш һәм хужалыҡ тауарҙары, иң тәү кәрәк әйберҙәр, дарыуҙар) файҙаланыу тауарҙарын алыу мөмкинлегенән формалаша. Хеҙмәттәр йыйылмаһына хеҙмәттәргә киткән сығымдарға ҡарата проценттарҙан сығып торлаҡ-коммуналь, транспорт һ.б. төрҙәр инә. Ҡ.к. нигеҙендә йәшәү минимумы иҫәпләп сығарыла.

Ә.М.Аллаярова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

2006—12 йй. Башҡортостан Республикаһында ҡулланыусылар кәрзиненең продукттар йыйылмаһы составы һәм күләме (уртаса йылына бер кешегә, кг)

 

 

Хеҙмәткә яраҡлы халыҡ

Пенсионерҙар

Балалар

Икмәк продукттары (ононан иҫәпләп икмәк һәм макарон изделиелары, он, ярма, ҡуҙаҡлылар)

136,8

107,5

89,0

Картуф

95,0

70,0

97,6

Йәшелсәләр һәм ҡауын-ҡарбуз

108,0

103,0

117,6

Яңы өлгөргән емеш-еләк

23,0

22,0

46,9

Шәкәренән иҫәпләп шәкәр һәм кондитер изделиелары

22,2

21,2

26,2

Ит продукттары

38,4

32,7

35,1

Балыҡ продукттары

17,5

16,0

15,4

Һөтөнән иҫәпләп һөт һәм һөт продукттары

210,0

190,0

316,0

Йомортҡа, дана

200,0

180,0

193,8

Үҫемлек майы, маргарин һәм башҡа майҙар

15,0

11,5

11,2

Башҡа продукттар (тоҙ, сәй, тәмләткестәр)

4,9

4,2

3,7

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: