ПОШЛИНАЛАР
ПОШЛИНАЛАР, түләүсе мәнфәғәтендә ҡануниәт тарафынан билдәләнгән юридик яҡтан мөһим эште үтәү өсөн вәкәләтле дәүләт һәм муниц. органдар (учреждениелар) алып ҡалған аҡса йыйымы. Дәүләт һәм таможня П. була. Дәүләт П. — нотариаль эш башҡарғанға, дәүләт техник тикшереүҙе үткәргәнгә, гражданлыҡ хәле акттарын, дәүләт реестрында юридик шәхестәрҙе, шәхси эшҡыуар булараҡ граждандарҙы, ҡиммәтле ҡағыҙҙар эмиссияһы проспектын, уйлап табыуға патентты, тауар тамғаһын, күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты һ.б. теркәгәнгә, таможня П. экспорт‑импорт операциялары башҡарғанға алына. Дәүләт П. — йыйым төрө (бөтә кимәлдәге һалымлы бюджет килеменә ҡарай), таможня П. — ситләтелгән һалым төрө (федераль бюджеттың һалымға ҡарамаған килеменә инә). Башҡортостанда дәүләт П. респ. бюджетының килемдәр структураһында сағыштырмаса өлөшө 1%‑тан әҙерәк була, Өфө ҡала округында – 1,3% (2006). Таможня П. йыйыу м‑н Башҡ‑н таможняһы шөғөлләнә (ҡара: Таможня). Ҡара: табл.
Е.А.Фомина
Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев
Табл. Башҡортостан Республикаһында дәүләт таможня пошлиналарын йыйыу суммаһы (млн һум)
Күрһәтестәр |
2000 |
2005 |
2006 |
2007 |
2008 |
Дәүләт пошлинаһы |
|||||
Бөтәһе ш. иҫ. федераль бюджетҡа БР-ҙың нығынған бюджеты |
56,7 |
717,9 |
834,5 |
960,3 |
1092,9 |
23,3 |
485,6 |
541,9 |
613,7 |
664,8 |
|
33,4 |
232,3 |
292,6 |
346,6 |
428,1 |
|
Таможня пошлинаһы |
|||||
Сығарыу таможня пошлинаһы |
4605,5 |
29503,8 |
46484,0 |
3913,8 |
7679,7 |
Индереү таможня пошлинаһы |
496,1 |
764,8 |
594,6 |
772,4 |
1084,6 |