Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАЛЫМДАР ҺӘМ ЙӨКЛӘМӘЛӘР

Просмотров: 1371

ҺАЛЫМДАР ҺӘМ ЙӨКЛӘМӘЛӘР. Һалым — дәүләт һалым йыйыу хеҙмәте тарафынан ойошмаларҙан һәм физик шәхестәрҙән уларҙың аҡсаларының бер өлөшөн тартып алыу формаһында йыйылған ҡайтарылмай торған мотлаҡ түләү. Йөкләмә — дәүләт органдары, урындағы үҙидара органдары, башҡа вәкәләтле органдар һәм вазифалы кешеләр тарафынан ойошмаларҙан һәм физик шәхестәрҙән түләүсе мәнфәғәтенә ярашлы башҡарылған юридик яҡтан мөһим эштәр өсөн алынған мотлаҡ түләү. Һ.һ.й. ҡануниәткә ярашлы билдәләнә, бюд­жет килеменең күпселек өлөшөн формалаштыра, дәүләттең милли иҡтисадҡа тәьҫиренең мөһим этәргесе булып һалымдарҙы көйләү тора. Федераль Һ.һ.й. (һыуға, өҫтәлгән хаҡҡа, ойошмаларҙың табышына, физик шәхестәрҙең килеменә, файҙалы ҡаҙылмаларҙы сығарыуға, акциздарға, дәүләт пошлиналарына, хайуандар донъяһы объекттарын һәм биол. һыу ресурстарын файҙаланған өсөн йөкләмәләр) РФ‑тың бөтә терр‑яһында; төбәк (транспорт өсөн, ойошмаларҙың милкенә, уйын бизнесына) — РФ субъекттары терр‑яһында; урындағы Һ.һ.й. (ер өсөн, физик шәхестәрҙең милкенә) муниц. берәмектәр терр‑яһында ғәмәлдә була. Килемдәргә һәм милеккә һалынған һалымдар — тура, тауар хаҡы аша алынғандары ситләтелгән һалым тип атала.

20 б. башында Рәсәйҙә ситләтелгән һалымдар өҫтөнлөк итә. Киң ҡулланыу тауарҙарына һалынған акциздар ҙур роль уйнай. 1917 й. ғин. халыҡ килеменә һалым индерелә. Революциянан (1917) һуң дәүләттең һалым сәйәсәте (яңы иҡтисади сәйәсәт осоронан тыш) шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген сикләүгә йүнәлтелә. Яңы иҡт. сәйәсәткә күскәндән һуң крәҫтиәндәргә аҙыҡ‑түлек һалымы (йыйылған уңыштың билдәләп ҡуйылған өлөшөн тартып алыу рәүешендәге натуралата һалым) индерелә. 1924 й. аҙыҡ‑түлек һалымы аҡсалата һалымға алмаштырыла. Коллективлаштырыу осоронда колхозға инергә теләмәгән ярлыраҡ урта хәлле крәҫтиәндәргә һәм ярлыларға индивидуаль һалымдар ҡулланыла. Индустриялаштырыу йылдарында килем һалымы арттырыла. 1930—32 йй. һалым реформаһы акциздар системаһын бөтөрә, пр‑тиелар өсөн яңы төр мотлаҡ түләүҙәр индерә: әйләнеш һа­лымдары һәм табыштан бүлемдәр.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында оборона ихтыяждарына аҡса йыйыу маҡсатында хәрби һалым, буйҙаҡ, яңғыҙ һәм бәләкәй ғаиләле граждандар өсөн һалым индерелә. Һуғыштан һуң ҡайһы бер һалымдарҙы бөтөрөү, һалым ставкаларын кәметеү, һалым һалынмай торған иң бәләкәй килем кимәлен күтәреү, һалым льготаларын индереү юлы м‑н халыҡтан алынған һалымдарҙың сағыштырма өлөшө яйлап кәмей. 1991 й. тиклем БАССР терр‑яһында йыйылған Һ.һ.й. күп өлөшө (75%‑ҡа тиклем) СССР һәм РСФСР бюджеттарына күсерелә. Был аҡсаларҙың ҡайһы бер өлөшө һуңынан респ. маҡсатлы тәғәйенләнеш м‑н кире ҡайтарыла (ике каналлы иҫәп‑хисап системаһы). 90‑сы йй. иҡтисади реформалар РФ‑тың бюджет ҡоролошон һәм һалымдар системаһын үҙгәртә. 1991 й. Һ.һ.й. бюджет системаһы кимәлдәре б‑са нығытҡан “РФ‑та һалым системаһы нигеҙҙәре тураһында” законы ҡабул ителә. 1992—94 йй. Башҡ‑н федераль үҙәк м‑н хисаплашыуҙың бер каналлы системаһын файҙалана, респ. һалым кеременең 90%‑ына тиклемен ҡалдыра. 1994 й. РФ Хөкүмәте м‑н БР Хөкүмәте араһында бюджет кимәлдәре араһында һалымдарҙы бүлеү принциптарын билдәләгән Бюджет‑ара мөнәсәбәттәр т‑да килешеү төҙөлә (үҙгәртеүҙәр м‑н 2000 й. тиклем ғәмәлдә була). 1998 й. РФ Һалым кодексының 1‑се өлөшө, 2000 й. — 2‑се өлөшө ҡабул ителә. 2000 й. башлап Һ.һ.й. бюджеттар кимәле б‑са бүлеү федераль ҡануниәт тарафынан билдәләнгән нормативтарға ярашлы алып барыла.

Федераль һалымдарҙан алынған килем РФ бюджетына, ш. уҡ БР‑ҙың берләштерелгән бюджетына инә. 2012 й. БР‑ҙың берләштерелгән бюджеты 14515,4 млн һум тәшкил итә, уларҙың 70,9%‑ы Һ.һ.й. иҫәбенә тупланған. Һалым кеременең яҡынса 1/3 өлөшөн файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу өлкәһендә эшләгән пр‑тиелар, яҡынса 1/4 өлөшөн эшкәртеү произ­водстволары тәьмин итә.

Е.А.Фомина

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: