Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПСИХОДИАГНОСТИКА

Просмотров: 951

ПСИХОДИАГНОСТИКА (психо... һәм диагностика), психология өлкәһе, кешенең индивидуаль психологик үҙенсәлектәрен нормала һәм патологияла асыҡлау ысулдарын эшләү һәм ҡулланыу м‑н бәйле психологик практиканың иң мөһим формаһы. П. түбәндәге кимәлдәре айырыла: симптомдар б‑са (психологик процестарҙың, һыҙаттарҙың һәм хәлдәрҙең үҫеш кимәлен билдәләү), этиологик (тайпылыштарҙың сәбәптәре), типологик (шәхестең асыҡланған үҙенсәлектәренең уның үҫеше барышында тотҡан урыны). П. объекттары: психик процестар һәм хәлдәр, уҡыу‑өйрәнеүгә һәләтле булыу, аң, үҙаң һ.б. Төп ысулдары: анамнез, күҙәтеү, тестар үткәреү, тәртипте моделләштереү. П. балаларҙың мәктәпкә әҙерлек кимәлен, өлгәшмәү сәбәптәрен, девиант тәртипте, психик тайпылыштарҙы асыҡлау өсөн, профориентация ваҡытында, ш. уҡ суд практикаһында (ҡара: Психологик экспертиза) ҡулланыла. П. һөҙөмтәләрен психологик коррекция ваҡытында файҙаланалар. Башҡортостанда П. ысулдары 20 б. 70‑се йй. алып Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. (А.Р.Ҡудашев), БДУ‑ла (Г.А.Әминев), БДМУ‑ла (В.Л.Юлдашев) һәм БДПУ‑ла (В.Ф. Сафин) камиллаштырыла.

Әҙәб.: С а ф и н В.Ф. Введение в психодиагностику личности школьника. Уфа, 1990; ш у л у ҡ. Методы диагностики личности школьника: в 2 ч. Уфа, 1991; Р е а н А.А. Психология изучения личности. СПб., 1999.

В.Ф.Сафин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: