Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПСИХОТЕРАПИЯ

Просмотров: 1189

ПСИХОТЕРАПИЯ (психо... һәм гр. therapeia — дауалау), кешене дауалау йәки уның тәртибен төҙәтер өсөн пси‑ хик тәьҫир итеү (һүҙ, ҡылыҡ, хәл-шарт м‑н). П. рациональ (аңлатып биреү), ышандырыу (йоҡламаған ваҡытта йәки гипнозда), үҙ‑үҙеңде ышандырыу (аутотренинг) һ.б. төрҙәргә айырыла. Невроздарҙы, психопатияларҙы, реактив психик хәлдәрҙе, ҡайһы бер психик ҡаҡшауҙарҙы дауалау өсөн тәҡдим ителә. Башҡортостанда П. элек‑электән төрлө ауырыуҙарҙы дауалау һәм һаулыҡты психик яҡтан яҡшыртыр өсөн халыҡ медицинаһында ҡулланылған, баҡсыларға, әүлиәләргә һәм дин әһелдәренә мөрәжәғәт иткәндәр. БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) 20 б. 30‑сы йй. аҙ. психотерапевтик тәьҫир итеү механизмдары өйрәнелә, психик ауырыуҙарҙы комплекслы дауалауҙа П. элементтары ҡулланыла (И.Ф.Случевский). 40— 50‑се йй. А.С.Борзунова тарафынан һуғыш ваҡытында травма алған ауырыуҙарҙы П. м‑н дауалау ысулы эшләнә. 60‑сы йй. алып П. психогенияларҙы иҫкәртер өсөн сикке нервы-психик ҡаҡшауҙары булған кешеләрҙе дауалауҙа ҡулланыла. 90‑сы йй. башлап ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә һәм һәләкәттәрҙә зыян күргәндәргә медик-психологик ярҙам ойоштороуҙы камиллаштырыу б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла (Р.Ғ.Вәлинуров). Психиатрия дауаханаһы №1 базаһында респ. психотерапия үҙәге (1989 й. алып) һәм Чечен Респ. һ.б. урындарҙа хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан кешеләрҙе реабилитациялау б‑са психотерапия бүлеге (2000 й. алып), ашығыс психотерапевтик ярҙам телефоны, суицидология хеҙмәте эшләй.

Ю.М.Николаев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: