ЙӘШЕЛСӘ-ЕМЕШ СӘНӘҒӘТЕ
ЙӘШЕЛСӘ‑ЕМЕШ СӘНӘҒӘТЕ, аҙыҡ‑тәм сәнәғәте тармағы. Башҡортостанда 20 б. башында үҫешә башлай. 1997 й. Асҡын йәшелсә киптереү комбинаты, Покровка, Шафран йәшелсә киптереү комб‑ттары, Бөрө, Суртан йәшелсә киптереү з‑дтары, Бүздәк (ҡара: Бүздәк консерва комбинаты), Иглин, Туймазы консерва з‑дтары, “Консервалар” ААЙ, “Ҡалтасы”, “Раевка”, “Табын”, “Яңауыл” совхоз‑заводтары эшләй, улар киптерелгән йәшелсә (картуф, һуған һ.б.), крахмал, кеҫәл, консервалар (йәшелсә, емеш‑еләк, ит һәм үҫемлек, повидло һ.б.), һуттар һ.б. етештерә. 2004 й. тармаҡ 12 пр‑тие һәм производствонан тора. Аҙыҡ‑тәм сәнәғәте етештереү күләменең 1%‑ы Й.‑е.с. өлөшөнә тура килә. Етештереү динамикаһы табл. бирелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла.
И.В.Лаврешина
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Башҡортостанда консервалар етештереү (мең шартлы банка)
|
1980 |
2000 |
2004 |
2007 |
2009 |
Йәшелсә-емеш консервалары, ш. иҫ. |
34817 |
7338 |
15973 |
30220 |
26665 |
ит-үҫемлек |
381 |
94 |
— |
— |
— |
йәшелсә |
19128 |
3717 |
2219 |
5157 |
1448 |
емеш-еләк |
7672 |
508 |
4390 |
8786 |
6658 |
томат |
7636 |
2698 |
9364 |
16277 |
18559 |
башҡа төрлө |
— |
321 |
— |
— |
— |