Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АКСАКОВТАР

Просмотров: 1898

АКСАКОВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Степан Михайлович Аксаков, 18 б. уртаһында Сембер губернаһынан Ырымбур губернаһына күсә. Уның улы — Тимофей Степанович Аксаков, Өфө юғары земство суды прокуроры. 3 улы була, уларҙың иң билдәлеһе Сергей Тимофеевич Аксаков (ҡара: С.Т.Аксаков). Уның улдары: Константин Сергеевич Аксаков [29.3.1817, Ырымбур губернаһы Боғорослан өйәҙе Яңы Аксаков а., хәҙер Ырымбур өлкәһе Боғорослан районы Аксаков а., — 7.12.1860, Занте утрауы, Греция, Мәскәү ҡ. Новодевичье зыяратында ерләнгән], урыҫ шағиры, әҙәби тәнҡитсе, тел белгесе, публицист. Славянофиллыҡ идеологтарының береһе. Мәскәү университетының тел бүлеген тамамлаған (1835), магистр (1847). “Молва” (“Һүҙ”) гәзите, “Телескоп” һәм “Московский наблюдатель” (“Мәскәү күҙәтсеһе”) журналдары менән хеҙмәттәшлек итә. 30‑сы йй. лирик шиғриәт менән мауыға, һуңыраҡ шиғырҙары гражданлыҡ һыҙаттары ала: “А.Н.Поповҡа” (“А.Н.Попову”; 1842), “Пётрға” (“Петру”; 1845), “Ирекле һүҙ” (“Свободное слово”; 1853). 40‑сы йй. әҙәби тәнҡиткә һәм публицистикаға мөрәжәғәт итә. «Гоголдең “Чичиков мажаралары, йәки Үле йәндәр” поэмаһы хаҡында бер нисә һүҙ» («Несколько слов о поэме Гоголя “Похождения Чичикова, или Мёртвые души”»; 1842), «И.Тургеневтың “Һөйләшеүе”» («“Разговор” И.Тургенева»; 1845), “Рәсәйҙең эске торошо тураһында” (“О внутреннем состоянии России”; 1881) мәҡәләләре йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Тел ғилеме буйынса «Ф.Буслаевтың “Урыҫ теленең тарихи грамматикаһы тәжрибәһе”н тәнҡитле тикшереү» («Критический разбор “Опыта исторической грамматики русского языка” Ф.Буслаева»; 1859), “Урыҫ грамматикаһы тәжрибәһе” (“Опыт русской грамматики”; 1860) хеҙмәттәре авторы. Байтаҡ әҫәрҙәре цензура тарафынан тыйыла; Григорий Сергеевич Аксаков (ҡара: Г.С.Аксаков); Иван Сергеевич Аксаков [26.9.1823, Ырымбур губернаһы Бәләбәй өйәҙе Надеждино а. (БР‑ҙың Бәләбәй районы) — 27.1.1886, Мәскәү ҡ.], урыҫ шағиры, публицист, йәмәғәт эшмәкәре. Славянофиллыҡ идеологтарының береһе. Император хоҡуҡ ғилеме училищеһын тамамлағандан һуң (Санкт-Петербург ҡ., 1842) Сенаттың Енәйәт департаментында хеҙмәт итә. 1848 й. ЭЭМ‑дың йәшерен миссияһы составында Бессарабияға ебәрелә. 1849 й. алып Ярославль губернаһында ревизор, 1852 й. отставкаға сыҡҡандан һуң әҙәби һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнә башлай. 1845—47 йй. үҙенең шағир һәм чиновник булараҡ эске ҡаршылыҡтарын сағылдырған шиғырҙар шәлкемен баҫтыра. 19 б. урыҫ әҙәбиәтенең дөрөҫлөктө асып биреүсе әҫәрҙәренең береһе — “Енәйәт палатаһының эш көнө. Суд күренештәре” (“Присутственный день уголовной палаты. Судебные сцены”; 1853). Ф.И.Тютчев ижадын тәүгеләрҙән булып өйрәнә һәм уның беренсе биографы була (“Фёдор Иванович Тютчев”, 1874). Журналистика менән шөғөлләнә, “Парус” (“Елкән”; 1859), “День” (“Көн”; 1861—65), “Москва” (“Мәскәү”; 1867—68), “Русь” (1880—86) гәзиттәрен нәшер итә. Мәскәү славян комитетын ойоштороусы һәм уның етәксеһе (1858—78). Уның исеме София һәм Белград ҡҡ. урамдарына бирелгән. Григорий Сергеевич Аксаковтың ҡыҙы — Ольга Григорьевна Аксакова (26.12.1848, Сембер ҡ. — 20.4.1921, Һамар губернаһы Языков а.). 1861 й. алып Өфө ҡ., 1867 й. — Һамар ҡ. йәшәй. 80‑се йй. Надеждино а. эйә була, унда Өфө губернаһындағы тәүге ҡымыҙ дауаханаһына нигеҙ һала (хәҙер Аксаков С.Т. исемендәге шифахана). 1914 й. башлап Языков ауылы усадьбаһында йәшәй. В.С.Аксакованың көндәлеген (“Вера Сергеевна Аксакованың көндәлеге. 1854—1855” — “Дневник Веры Сергеевны Аксаковой. 1854—1855”; 1913) баҫмаға әҙерләй. 1909 й. документтарының һәм әйберҙәренең бер өлөшөн С.Т.Аксаковтың вафат булыуына 50 йыл тулыуға ҡарата асылған Һамар музей-бүлмәһенә тапшыра. Уға С.Т.Аксаковтың “Багров ейәненең балалыҡ йылдары” (“Детские годы Багрова-внука”) повесы арналған; уның исеме Бәләбәй районы Аксаков а. 41‑се урта мәктәбенә бирелгән.

А. нәҫеле 18 б. Ырымбур, Һамар һәм Сембер губерналары дворяндарының нәҫел китабына индерелгән. Нәҫел вәкилдәре Стәрлетамаҡ өйәҙенең Оло Аксаков а. һәм Бәләбәй өйәҙенең Надеждино а. эйә булған. Надеждино а. Аксаковтар ғаиләһе музейы асылған (ҡара: Аксаков музейы); Өфө ҡ. Аксаков гимназияһы №11 урыналашҡан.  1992 й. Аксаков фонды булдырыла.

Әҙәб.: Чванов М.А. Аксаковские места в Башкирии. Уфа, 1976; шул уҡ. Корни и крона. Уфа, 1991; Гудков Г.Ф., Гудкова З.И. С.Т.Аксаков. Семья и окружение: краеведческие очерки. Уфа, 1991.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Г.Н.Холошевская
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.10.2021