Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИҘГӘЛӘК

Просмотров: 739

БИҘГӘЛӘК, ҡ а р һ а ҡ  т у ғ а ҙ а ҡ (Tetrax tetrax), торна һымаҡтар отрядының туғаҙаҡтар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Европала, Төньяҡ Африкала һәм Көньяҡ‑Көнбайыш Азияла таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 40—45 см, ауырлығы 550—950 г, ҡанатының ҡоласы 105—115 см. Арҡаһында һыҙыҡлы һүрәт бар, ҡуңыр-һоро төҫтә, ҡорһағы аҡ. Башы бәләкәй, муйыны оҙон, яҙын ата ҡоштоң муйынында киң ҡара һәм аҡ һыҙат барлыҡҡа килә. Суҡышы оҙон, осло. Ҡанаты аҡ, төбө ҡуңыр-һоро, осо ҡара. Аяғы өс бармаҡлы, оҙон. Ҡойроғо ҡыҫҡа. Полигам. Яҙын бер үҙе иртә таңда, ҡайһы ваҡыт төнөн гөрөлдәй. Ояһы — ҡоро үлән түшәлгән бәләкәй соҡор. Ғәҙәттә 3—4 ерән-һоро таплы йәшкелт һоро, һарғылт йәшел йомортҡа һала. Инә ҡош 20—30 көн баҫа. Көндөҙгө ҡош. Башлыса бөжәктәр, шытымдар, япраҡтар, үҫемлек бөрөләре менән туҡлана. Төрлө һәм ҡыяҡлы үләнле далала, болонда, ҡалдау ерҙә, ҡайһы ваҡыт баҫыуҙа йәшәй. Башҡортостанда һирәкләп Баймаҡ, Хәйбулла һәм Әбйәлил райондарында оя ҡора. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.01.2023