Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛФАВИТ

Просмотров: 2072

АЛФАВИТ (грекса alphάbētos), телдең өндәрен билдәләү өсөн ҡабул ителгән һәм билдәле бер тәртиптә урынлаштырылған тамғалар системаһы.

  Башҡорттар хәрефле яҙма ҡабул ителгәнгә тиклем ырыу тамғаларын файҙалана, уларға боронғо төрки рун яҙмаһы билдәле була. Ислам динен ҡабул итеү менән, ғәрәп яҙмаһын ҡуллана башлайҙар. Иҫке төрки телендә ғәрәп графикаһы менән яҙылған тарихи ҡомартҡылар — шәжәрәләр, тарихи документтар, әҙәби әҫәрҙәр — 14—15 бб. алып һаҡлана. 1924 й. ғәрәп графикаһы нигеҙендә 33 хәрефтән торған А. раҫлана. 1928 й. башҡ. теле фонетикаһына нығыраҡ тап килгән латин алфавиты нигеҙендә яңы башҡ. А. ҡабул ителә. Урыҫ графикаһы (ҡара: Кириллица) нигеҙендә төҙөлгән, башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен билдәләү өсөн өҫтәлмә 9 хәрефе (ғ, ҙ, ҡ, ң, ө, ҫ, ү, һ, ә) булған хәҙ. башҡ. А. 1940 й. алып ҡулланыла һәм 42 хәрефтән тора.

  Әҙәб.: Әхмәров Ҡ.З. Башҡорт яҙыуы тарихенән: Башҡорт әҙәби теленең алфавите һәм орфографияһы тарихе. Өфө, 1972; Ишбирҙин Э.Ф., Ғәләүетдинов И.Ғ., Халиҡова Р.Х. Башҡорт әҙәби теленең тарихы. Өфө, 1993.

З.Ғ.Ураҡсин

Тәрж. Д.К.Үзбәков



Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.09.2022