Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘРӘП ЯҘМАҺЫ

Просмотров: 6386

ҒӘРӘП ЯҘМАҺЫ, ғәрәп телле халыҡтар (ҡара: Ғәрәп теле), шулай уҡ бер ни тиклем үҙгәрештәр менән Иран, Афғанстан, Һиндостан, Пакистан һәм Ҡытай (Синьцзян) халыҡтары ҡулланған хәрефле яҙыу.

  Ғ.я. б.э.т. 2 б. — б.э. 4 б. ҡулланылған арамей алфавиты нигеҙендә Ғәрәбстанда барлыҡҡа килә. Ғәмәлдә Ғ.я. 6 б. Хира ҡ. формалаша, 7 б. Ҡөрьәнде тәүге тапҡыр яҙғанда үҫешә, артабанғы таралыуы (7—10 бб.) ғәрәп ҡаҙаныштары һәм исламдың таралыуына бәйле. Ғ.я. нигеҙендә 28 хәрефтән торған алфавит ята (ҡара: 1‑се таблица), шуларҙың 22‑һе һыҙыҡсалар ярҙамында 2 яҡтан да тоташтырыла һәм 4 төрлө яҙылышлы (һүҙ башында, һүҙ уртаһында, һүҙ аҙағында һәм айырым яҙылыш), 6 хәреф тик уң яҡтан ғына тоташтырыла, 2 генә төрлө яҙылышлы һәм улар “һыныҡ хәрефтәр” тип атала. “Алиф”, “уау”, “йа” хәрефтәре оҙон һуҙынҡыларҙы [а, у, и] белдереү өсөн ҡулланыла, ҡыҫҡа һуҙынҡылар, ҡуш тартынҡы өндәр һәм һуҙынҡыларҙың булмауы үҙенсәлекле юл өҫтө һәм юл аҫты тамғалары — “фәтхә”, “кәсрә”, “дамма”, “тәшдид”, “сәкен” менән белдерелә. Ғ.я. йүнәлеше — уңдан һулға.

  Быуаттар дауамында бик күп яҙыу рәүеше стилдәре формалаша. Боронғо яҙыу рәүештәренең (10 б. тиклем) береһе булып куфи яҙыуы (биҙәкле-декоратив) тора. 10—13 бб. нәсех, сөлөс, мөхәҡҡаҡ, рәйхани, тәүҡиғ һәм риҡағ барлыҡҡа килә. Урал-Волга төбәгендә 14 б. аҙағында каллиграф Мирғәли Тәбризи тарафынан нәсех һәм тәғлиҡ яҙыуҙары нигеҙендә эшләнгән нәстәғлиҡ яҙыуы тарала. Ул Урал-Волга буйы төрки телендә яҙыу өсөн ҡулланыла.

 Революцияға (1917) тиклем башҡорт яҙыуында Ғ.я. 3 төрө ҡулланыла: “иҫке имлә” (иҫке орфография), “урта имлә” (урта орфография), “яңы имлә” (яңы орфография). Уларҙың береһе лә башҡорт теленең фонетик үҙенсәлектәрен теүәл сағылдыра алмай. Революциянан һуң Академүҙәктең махсус комиссияһында эшләгән С.Л.Рәмиев ғәрәп графикаһы нигеҙендә башҡ. теле өсөн 33 хәрефтән торған алфавит төҙөй. Был алфавит (ҡара: 2‑се таблица) 1924 й. раҫлана һәм ҡайһы бер үҙгәрештәр менән 1928 й. латин алфавиты индерелгәнгә тиклем ҡулланыла.

  Әҙәб.: Башҡорт әҙәби теленең тарихы. Өфө, 1993; Истрин В.А. Возникновение и развитие письма. М., 1965; Крачковский И.Ю. Над арабскими рукописями. М., 1965; Рукописная книга в культуре народов Востока. Очерки в 2 кн. Кн.1. М., 1987.

И.Ғ.Ғәләүетдинов

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Илл.: 1. Ғәрәп алфавиты; 2. Ғәрәп графикаһына нигеҙләнгән башҡорт алфавиты

 

 

 

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 01.09.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: