Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШҠОРТ ТЕЛЕ

Просмотров: 3762

БАШҠОРТ ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (ҡыпсаҡ төркөмөнөң ҡыпсаҡ‑болғар төркөмсәһе). Башҡорттарҙың милли теле, БР‑ҙың дәүләт телдәренең береһе. Шулай уҡ РФ‑тың Ҡурған, Свердловск, Силәбе, Төмән, Һамар, Һарытау, Чита һәм Ырымбур өлкәләрендә, Пермь крайында, ТР, Коми Респ., Яҡут (Саха) Респ., Урта Азия республикаларында, Ҡаҙағстанда һ.б. таралған. Б.т. һөйләшеүселәр һаны — 1057 меңгә яҡын кеше (2002). Лексик һәм фонетик‑грамматик билдәләре б‑са татар теленә яҡын. Башҡорт дөйөм халыҡ һөйләү теле б.э. 1‑се мең йыллығы уртаһында Көньяҡ Уралда йәшәгән башҡ. ҡәбиләләре диалекттары бәйләнеше һөҙөмтәһендә 15—16 бб. формалаша. Әҙәби тел итеп уғыҙ-ҡыпсаҡ телдәре нигеҙендә барлыҡҡа килгән Урал- Волга буйы төрки теле ҡулланыла.

Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң, төрки теле рәсми яҙма тел булып таныла. Ул шәжәрә, ярлыҡтар, фармандар, мөрәжәғәттәр, манифестар һ.б. документтар, эпистоляр әҙәбиәт әҫәрҙәре яҙыу өсөн хеҙмәт итә. 20 б. 20—30‑сы йй. дөйөм халыҡ һөйләү теле, фольклор теле һәм Урал-Волга буйы төрки синтезы процесында хәҙ. әҙәби Б.т. формалаша; уның орфографияһы эшләнә, грамматик һәм лексик нормалары билдәләнә. 30—40‑сы йй. телдең төп функциональ стилдәре формалаша, терминологияһы яңыра, ҡулланылыш өлкәләре киңәйә. 50‑се йй. алып хәҙ. башҡ. әҙәби теле нормаларының тотороҡланыуы һәм уның урыҫ теле һәм башҡа төрки халыҡтар теле м‑н бәйләнешенең көсәйеүе күҙәтелә. Хәҙ. Б.т. 3 төп диалект айырыла: көнсығыш, көньяҡ һәм төньяҡ- көнбайыш (ҡара: Башҡорт теленең диалекттары). Хәҙ. башҡ. теленең фонетик системаһында 9 һуҙынҡы фонема (ҡара: Вокализм), 29 тартынҡы фонема (ҡара: Консонантизм) бар. Б.т. агглютинатив төҙөлөшлө телдәргә ҡарай (ҡара: Агглютинация). Нигеҙҙең һәм тамырҙың һуңғы өнөнә бәйле аффикстарҙың күп вариантлы булыуы Б.т. морфологияһының айырмалы үҙенсәлеге булып һанала. Был Б.т. хас сингармонизмдың морфонологик күренеше м‑н аңлатыла. Мәҫ., күплек аффиксының 8 варианты: ‑лар/ ‑ләр, ‑тар/ ‑тәр, ‑дар / ‑дәр, ‑ҙар/ ‑ҙәр; эйәлек килештең 16 варианты бар: ‑ның/ ‑нең, ‑ноң / ‑нөң, ‑тың/ ‑тең, ‑тоң/ ‑төң, ‑дың / ‑дең, ‑доң/ ‑дөң, ‑ҙың/ ‑ҙең, ‑ҙоң/ ‑ҙөң һ.б. Һүҙьяһалыш синтетик һәм аналитик ысулдар м‑н башҡарыла. Айырым ысулдар (һүҙ һәм нигеҙҙе ҡушыу) сағыштырмаса күптән түгел урыҫ теле м‑н бәйләнеш һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Хәҙ. башҡ. әҙәби теле лексикаһында архаик ҡатламды дөйөм төрки һүҙҙәр тәшкил итә: “эйәр”, “ағас”, “балыҡ”, “көмөш” һ.б.

Б.т. һүҙлек составында үҙләштерелгән һүҙҙәр (ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр, фарсы теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр, фин-уғыр, монгол телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәр, урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр) ҡатламы, ш. иҫ., нигеҙҙә урыҫ теле аша ингән, интернационализмдар бар. Б.т. синтаксисына һөйләмдә һүҙҙәрҙең билдәле тәртиптә килеүе, теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙең киң таралыуы хас; эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр ҡулланыу Урал-Волга буйы төрки теле һәм урыҫ теле йоғонтоһона бәйле.

Б.т. төрлө график системаға нигеҙләнгән 3 алфавит алмаштыра: 1928 й. тиклем — ғәрәп яҙыуы, артабан — латиница, 1940 й. алып кириллица ҡулланыла. Хәҙ. башҡ. алфавиты 42 хәрефтән тора. Иң тәүге яҙма ҡомартҡылар 13 б. ҡарай (“Ҡиссаи Йософ” поэтик әҫ. айырыуса ҡиммәтле һанала). Б.т. т‑да мәғлүмәттәр Мәхмүт Ҡашғариҙың “Диуану лөғәт әт-төрк” һүҙлегендә теркәлгән. Б.т. тәүге өйрәнеүселәр А.Г.Бессонов, М.М.Биксурин, Н.И.Ильминский, Н.Ф.Катанов, В.В.Катаринский, М.А.Ҡулаев, М.И.Өмөтбаев була. Башҡ. әҙәби теленең теоретик һәм практик мәсьәләләрен эшләүҙә Ғ.Ф.Вилданов, Х.Ғ.Ғәбитов, Ғ.Й.Дәүләтшин, Н.Т.Таһиров һ.б. әүҙем ҡатнаша.

Башҡ. грамматикаһын өйрәнеүҙә, башҡорт тел ғилеме б‑са милли кадрҙар әҙерләүҙә Н.К.Дмитриев мөһим роль уйнай. Б.т. фонетикаһын, орфоэпияһын, грамматикаһын, лексикаһын, фразеологияһын өйрәнеүгә Ж.Ғ.Кейекбаев ҙур өлөш индерә. Б.т. синтаксик төҙөлөшө мәсьәләләре Ғ.Ғ.Сәйетбатталов, Ҡ.З.Әхмәров һ.б. хеҙмәттәрендә сағылыш таба. Б.т. морфологик төҙөлөшө Ә.М.Аҙнабаев, М.В.Зәйнуллин, К.Ғ.Ишбаев, Н.Х.Ишбулатов, М.Х.Әхтәмов, Ә.Ә.Юлдашев һ.б. ҡыҙыҡһыныу даирәһенә инә.

Лексикология һәм фразеология б‑са хеҙмәттәр Э.Ф.Ишбирҙин, З.Ғ.Ураҡсин, Әхтәмов һ.б. тарафынан яҙыла. Башҡ. әҙәби теле тарихына И.Ғ.Ғәләүетдинов, Ишбирҙин, Р.Х.Халиҡова һ.б. хеҙмәттәре арналған. Башҡ. лексикографияһы йылдам үҫешә; һүҙлектәр эшләнә: башҡортса-урыҫса (1958, мөхәррире Әхмәров; 1996, мөхәррире Ураҡсин), урыҫса-башҡортса (1964, мөхәррире Әхмәров; 2005, мөхәррире Ураҡсин) “Башҡорт теленең һүҙлеге” һ.б. Башҡ. диалектологияһы мәсьәләләренә Т.Ғ.Байышев, Ишбулатов, Н.Х.Мәҡсүтова, С.Ф.Миржанова һ.б. хеҙмәттәре арналған. Б.т. ономастик лексикаһы А.Ә.Камалов, М.Ғ.Усманова, Ф.Ғ.Хисамитдинова, Р.Шәкүр һ.б. хеҙмәттәрендә сағылыш таба.

Б.т. БР‑ҙың дәүләт телдәренең береһе булараҡ йәмәғәт тормошоноң респ. кимәлендә әһәмиәтле булған барлыҡ өлкәләрендә лә — дәүләт идараһы, сәнғәт, фән, мәғариф, киң мәғлүмәт сараларында — ҡулланыла.

Әҙәб.: Сәйетбатталов Ғ.Ғ. Башҡорт теленең стилистикаһы менән пунктуацияһы. Өфө, 1978; шул уҡ. Башҡорт теле: 6 томда. Өфө, 1999—2010.

И.Ғ.Ғәләүетдинов, Э.Ф.Ишбирҙин

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019