Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АВЕРЬЯНОВ Вячеслав Юрьевич

Просмотров: 1593

АВЕРЬЯНОВ Вячеслав Юрьевич (15.9.1959, Белорет ҡ.), лётчик, капитан (1985). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2001). РФ‑тың атҡаҙанған һынаусы лётчиғы (2006). Ейск юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһын (1980), Һынаусы лётчиктар мәктәбен (Жуковский ҡ., 1986) тамамлаған. 1976—85 йй. Совет армияһында. 1980—85 йй. Ейск юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһының лётчик‑инструкторы. 1986 й. алып Ю.А.Гагарин исемендәге авиация заводында (Амурҙағы Комсомольск ҡ.), 1989 й. — П.О.Сухой исемендәге тәжрибә КБ‑нда осоу‑һынау эшендә, 2007 й. — «“Иркут” ғилми‑производство корпорацияһы» асыҡ АЙ‑нда эшләй (икеһе лә — Жуковский ҡ.). Бангалор (Һиндостан), Дубай (Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре), Фарнборо (Бөйөк Британия), Джакарта, Лима, Париж һ.б. ҡҡ. халыҡ‑ара күргәҙмәләрҙә Су‑30, Су‑35, Су‑33 һәм Су‑30МК самолёттары сығышында ҡатнаша. Герой исеменә А. авиация техникаһын һынауҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән (1996). Белорет ҡ. уға һәйкәл ҡуйылған.

Е.А.Смирнов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 23.11.2022