Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“АРХПРОЕКТ”

Просмотров: 1293

“АРХПРОЕКТ” Башҡортостан Республикаһының Архитекторҙар союзы ижади архитектура фирмаһы, ЯАЙ.

1988 й. Өфөлә “Архпроект” Бөтә Союз архитектура-проект берекмәһенең (Мәскәү) “Уфаархпроект” оҫтахана—филиал булараҡ ойошторола, 1993 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 1998 й. хәҙ. статусын ала. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: төҙөлөш объекттарын проектлау һәм торлаҡ-гражданлыҡ тәғәйенләнешле объекттарҙы реконструкциялау; интерьер дизайнын эшләү һ.б. Составы: 10 оҫтахана, “Инженерлыҡ үҙәге” ЯСЙ бүлендек пр‑тиеһы. 140 хеҙм‑р эшләй (2011). Белгестәр тарафынан 1 меңдән ашыу проект, ш. иҫ. Ҡунаҡһарайҙы реконструкциялау, Хәрби дан музейы, “Социнвестбанк”, “УРАЛСИБ” ААЙ‑лары үҙәк офистары, “Галерея АRТ” сауҙа-күңел асыу комплексы (Өфө) биналарын, “Асы”, “Красноусол” шифаханалары, Күҙ һәм пластик хирургия үҙәге биналарын һ.б. төҙөү проекттары эшләнә. БР ФА, РФА фәнни учреждениелары, БР, РФ вуздары һәм институттары һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә.

Дир.: А.В.Клемент (1988 й. алып), С.А.Голдобин (2008 й. алып), А.В.Давыденко (2010 й. алып).

А.А.Востриков

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019