Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АВИАЦИЯ-ТЕХНИК СПОРТ КЛУБТАРЫ

Просмотров: 1617

АВИАЦИЯ-ТЕХНИК СПОРТ КЛУБТАРЫ. 20 б. 20‑се йй. 1‑се яртыһында респ. Һауа флоты дуҫтары йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе (ҡара: Рәсәй спорт-техник оборона ойошмаһы) авиаклубтары ойошторола башлай. 1924 й. Өфөлә тәүге авиаклуб барлыҡҡа килә, 1933 й. Өфө аэроклубы (ҡара: Рәсәй ДОСААФ-ының авиация спорт клубы) асыла. 1941 й. башына аэроклубтар Белорет, Бөрө, Стәрлетамаҡ ҡҡ. төҙөлә, улар Ҡыҙыл Армия өсөн 250‑нән ашыу осоусы әҙерләй. 1941 й. аҙағында респ. Мәскәүҙән 3 аэроклуб, 1943 й. Әстерхан ҡ. 1 аэроклуб эвакуациялана. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында клубтар осоусылар, парашютсылар һәм планёрсылар әҙерләүҙә ҙур роль уйнай. Өфө аэроклубының 14, Белореттың — 5, Стәрлетамаҡтың — 4, Бөрөнөң — 1 тәрбиәләнеүсеһе Советтар Союзы Геройы була. Клубтар артабан 70‑се йй. үҫешә. 1971 й. алып Күмертау ҡ. авиация-техник спорт клубы, 1983—98 йй. Яңауыл ҡ. А.‑т.с.к. (Ан-2 һәм Як-52 самолёттары, Ка-26 вертолёты һәм дельталёты була) эшләй. Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең А.-т.с.к. (Ан-2, Як-52, Су-26 самолёттары һәм Ми-2 вертолёты, “Максимовка” аэродромы) 1987—99 йй. эшләү дәүерендә 4,5 меңдән ашыу осоусы, парашютсы, дельтапланёрсы әҙерләй, улар араһында 12 СССР һәм Рәсәй спорт мастеры бар. Клуб тәрбиәләнеүсеһе А.М.Кузнецов көмбәҙ акробатикаһы б‑са команда зачётында (ҡара: Парашют спорты) Европа (1999) һәм Рәсәй (1998—2000) чемп., донъя чемпионаттарының (1998, 2000) көмөш призёры, донъя рекордсыһы (1999; 2 тапҡыр, 2000; 2007).1998 й. алып Октябрьский ҡ. А.-т.с.к. эшләй, уның Ан-2 самолёты бар. Бында 2 Рәсәй спорт мастеры, 300‑ҙән ашыу спортсы-парашютсы әҙерләнгән (2010). Клуб тәрбиәләнеүсеһе И.Ш.Абдуллина пара-ски б‑са Рәсәй чемп. (2007), парашют классикаһы б‑са Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (2006). 2002 й. был клуб базаһында парашют спорты б‑са РОСТО чемпионаты үтә, 2010 й. — пара-ски б‑са Рәсәй Кубогы ярышы. 2002—08 йй. Сибай ҡ. А.-т.с.к. эшләй, уның Ан-2 самолёты һәм Ка-26 вертолёты була, парашютсылар әҙерләй. Шулай уҡ ҡара: Дельтаплан спорты, Самолёт спорты.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019