Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДЕЛЬТАПЛАН СПОРТЫ

Просмотров: 1479

ДЕЛЬТАПЛАН СПОРТЫ, дельтапланеризм, осоп китеү һәм ултырыу планерсының аяғы ярҙамында башҡарылған үтә еңел планерҙар — дельтапландар ҡулланылған авиация спортының бер төрө. Ярыштар баланслау һәм аэродинамик (ҡатнаш) идара ителеүсе дельтапландарҙа үткәрелә. Башҡортостанда Д.с. Өфөлә 20 б. 70‑се йй. уртаһында М.Н.Павинский етәкс. беренсе секция асылғандан һуң үҫешә башлай (1974 й. ул үҙе әҙерләгән дельтапланда тәүге осошон яһай). 70‑се йй. аҙ. Д.с. секциялары Баймаҡ, Күмертау, Октябрьский, Өфө (ӨАИ, ӨМЭБ ҡарамағында) ҡалаларында эшләй башлай, 80‑се йй. башында – Бәләбәй, Белорет, Мәләүез, Стәрлетамаҡ һ.б. ҡалаларҙа. 1978 й. алып БР чемпионаттары үткәрелә. Башҡортостанда СССР кубогы (1978), Рәсәй чемпионаттарының ярым финалдары (1999—2005) һәм финалдары (2000, 2011) уҙғарыла. 2009 й. БР‑ҙың асыҡ чемпионаты беренсе тапҡыр Халыҡ‑ара авиация федерацияһы календарына индерелә һәм халыҡ‑ара ярыш статусын ала. Респ. Д.с. б‑са СССР‑ҙың тәүге спорт мастеры – Р.Х.Әминев (1986). Респ. йыйылма командаһы – РСФСР (1986—87, 1989) һәм Рәсәй (1993, 1997, 2006) чемп., РСФСР (1991) һәм Рәсәй (1995, 1999, 2005) чемпионаттарының көмөш, РСФСР (1988, 1990) һәм Рәсәй (1992, 2011) чемпионаттарының бронза призёры. Халыҡара ярыштарҙа А.Т.Мәсәлимов юғары спорт ҡаҙаныштарын күрһәтә. БР дельтапланерсылары араһында: В.П.Талынёв – Урал кубогын яулаусы (1988); В.В.Мысенко – РСФСР (1986—87, 1989) һәм Рәсәй (1993, 1995, 1998) чемп., Рәсәй чемпионатының (1997) һәм Рәсәй кубогының (2002) көмөш призёры, СССР (1989) һәм Рәсәй (2002) чемпионаттарының бронза призёры. Респ. Д.с. б‑са 6 секция эшләй, уларҙа 100‑гә яҡын кеше шөғөлләнә (2011), дельтадромдар Әбйәлил, Әлшәй, Дәүләкән, Кушнаренко һәм Ишембай р‑ндарында эшләй. 1980 й. алып БР Д.с. федерацияһы эшләп килә. Д.с. м‑н тренерҙар Т.А.Атанғолов, В.Н.Даниленко, А.Г.Жуков, А.И.Киселёв, Мәсәлимов, Павинский, В.К.Хрибков, Әминев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

А.Т.Мәсәлимов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019