Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЗАМАТОВ Марат Мостафа улы

Просмотров: 1590

АЗАМАТОВ Марат Мостафа улы (16.11.1941, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Саҡмағош а. — 4.4.2002, Өфө), тренер. Шайбалы хоккей б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1978). БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1978), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1994). Д.М.Азаматовтың ҡустыһы. П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған (1972). “Локомотив” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (1953—60). Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы (1961—63), армияның спорт клубы (Куйбышев ҡ., 1963—65) командалары өсөн уйнай. 1969—75 йй. “Салауат Юлаев” СДЮШОР‑ы дир., 1983—92 йй. — тренеры. 1979—83 йй. һәм 1990—91 йй. “Салауат Юлаев” хоккей клубы командаһының баш тренеры. 1993 й. алып Өфөнөң “Локомотив” клубының баш тренеры, 1997 й. — Өфөнөң 3‑сө ДЮСШ директоры. А. етәкс. СДЮШОР командаһы үҫмерҙәр араһында СССР чемп. (1973, 1984), йәштәр араһында СССР беренселегенең көмөш призёры (1975) була. 1983—95 йй. СССР, БДБ, Рәсәй үҫмерҙәр йыйылма командалары тренеры. А. етәкс. СССР командаһы Европа чемп. (1984), ГФР‑ҙа, Швейцарияла (икеһе лә — 1983), Финляндияла (1984, 1987, 1990), СССР‑ҙа (1987, 1990) халыҡ-ара турнирҙар еңеүсеһе, Европа чемпионатының көмөш призёры (1991) була, Рәсәй командаһы — Канадала (1993), Тверҙа (1993) халыҡ-ара турнирҙар еңеүсеһе. Тәрбиәләнеүселәре араһында И.Ф.Ғимаев, ш. уҡ 35‑тән ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры. 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. миҙалы м‑н бүләкләнгән (1996). Өфөлә А. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, 3‑сө ДЮСШ‑ға уның исеме бирелгән.

Р.Ә.Әйүпов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.02.2020