Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЛАНЛАШТЫРЫУ

Просмотров: 1147

ПЛАНЛАШТЫРЫУ, иҡтисад м‑н идара итеү формаһы. Макро‑ һәм микроиҡтисад үҫеш пландарын төҙөүҙән тора. Оҙайлығына бәйле — оҙаҡ ваҡытҡа бирелгән (5 йылдан ашыу), уртаса мөҙҙәтле (3—5 йыл), ҡыҫҡа ваҡытлы (3 йылға тиклем) һәм ағымдағы (1 йылдан кәм) П.; характерына бәйле — директив (мәжбүри башҡарыу) һәм индикатив (рекомендациялы); маҡсатына бәйле стратегик һәм тактик П. була. Рәсәйҙә тәүге дәүләт планы 1920 й. төҙөлә (ҡара: ГОЭЛРО). 1929—90 йй. СССР халыҡ хужалығын үҫтереүҙә биш йыллыҡ пландар эшләй. Пландарҙың эшләнешен һәм үтәлешен СССР Дәүләт планы контролдә тота. Директив пландар эшләнеше тармаҡ министрлыҡтары һәм ведомстволары аша хужалыҡ итеү субъекттарына тапшырыла, союз һәм авт. респ. дәүләт планы ком‑ттары контролдә тота. Сәнәғәт производствоһын П. номенклатура эшләү, һәр төрлө продукция етештереү күләмдәрен билдәләү (натураль күрһәткестә), етештереү сараларын һәм ҡулланыу әйберҙәрен сығарыу араһында дөрөҫ пропорциялар һайлау һ.б. инә. Мөһим күрһәткестәре: тулайым продукция күләме, продукцияның үҙҡиммәте, хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫеше темптары, эш хаҡы фонды һ.б. Планлаштырыу ш. уҡ продукция м‑н тәьмин итеү һәм бүлеү өлкәһендә лә тормошҡа ашырыла. Баҙар мөнәсәбәттәренә күскәс П. индикатив характер хас була. Иҡт. стимулдар системаһы һәм дәүләт заказдары тарала. Иҡт. үҫешенең төп индикаторҙары — тулайым төбәк продукты, бюджеттың килем һәм сығым өлөштәре, төп капиталға инвестициялар күрһәткестәре, сәнәғәт производствоһы индекстары, төҙөлөш, күрһәтелгән хеҙмәттәр, тауар һәм хеҙмәттәрҙең экспорты һәм импорты күләме. Индикатив пландар күбеһенсә ҙур финанс һәм сәнәғәт төркөмдәре, эшҡыуарҙар союздары һ.б. м‑н килешелә. Башҡортостанда халыҡ хужалығы үҫешенең биш йыллыҡ пландары респ. иҡт.‑геогр. торошон, тәбиғәт ресурстарын, төбәк‑ара һәм халыҡ‑ара хеҙмәт бүленешен иҫәпкә алып төҙөлә. 20 б. 90‑сы йй. алып П. программалы‑маҡсатлы ысулы ҡулланыла (ҡара: Прогнозлау).

Ҡ.Н.Йосопов

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: