Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КҮКӘНӘШТӘР

Просмотров: 1593

КҮКӘНӘШТӘР (Paridae), турғай һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. 7 заты, 50‑нән ашыу төрө билдәле, Көньяҡ Америка, Мадагаскар һәм Австралиянан башҡа, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 8 төрө бар. Ултыраҡ ҡоштар. Кәүҙә оҙонлоғо 7—20 см, ауырлығы 23 г тиклем, ата ҡош сағыуыраҡ. Ҡауырһын ҡапламы ҡуйы, йомшаҡ, төрлө төҫтә (буран турғайыныҡы зәңгәрһыу һоро, йәшкелт һары; ҡарабаш турғайҙыҡы һарғылт йәшел), һоро, һирәгерәк көрән, бүрекле тебейек (бүреге ҡаралы-аҡлы) йәшкелт һары, бесбесей көрәнһыу йәшкелт төҫтә. Башы ҙур, күпселек төрҙәрҙә зәңгәрһыу йәки ҡара, ҡорһағы аҡһыл, һарғылт аҡ, һары, ҡоролдайҙыҡы ҡыҙғылт көрән сыбарлы һарғылт ерән төҫтә. Суҡышы ҡыҫҡа, конус формаһында. Ҡанаты һәм ҡойроғо ҡыҫҡа. Аяғы ҡыҫҡа, кәкре тырнаҡлы. Моногам. Парлап ағас ҡыуышында, өңдә, ҡая ярыҡтарында оялай. Йылына 1—2 тапҡыр бала сығара, 3—6 (16‑ға тиклем) ҡыҙғылт көрән таплы йәки төрткөлө аҡ йомортҡа һала. Инә ҡош 11—14 (бүрекле тебейек 20‑гә тиклем) көн баҫа. Бөжәк, үрмәксе, үҫемлек орлоҡтары менән туҡлана, ҡайһы бер төрҙәре (бүрекле тебейек, тебейек һ.б.) һаҡлам әҙерләй. Бөтә ерҙә лә осрай. Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостарының һанын көйләй. Буран турғайы БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.02.2023
Связанные статьи: