Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТЕНОБИОНТТАР

Просмотров: 962

СТЕНОБИОНТТАР (гр. stenós — тар һәм bion — йәшәүсе), фәҡәт билдәле бер шарттарҙа йәшәүгә һәләтле булған, тирә‑яҡ мөхит факторҙарының киҫкен үҙгәреүҙәрен кисерә алмаған организмдар. С. эврибионттарға ҡапма- ҡаршы ҡуйыла. Стенобионтлыҡ гидростатик баҫымға (стенобат организмдар), тоҙлолоҡҡа (стеногалинлы), т‑раға (стенотермлы), дымлылыҡҡа, тупраҡтың химик составына һ.б. ҡарата булыуы мөмкин. С. симбиотик организмдар һәм бер төр‑хужа м‑н бәйле махсус (облигат) паразиттар инә. С. төрлө экологик төркөмдәргә ҡараған үҫемлектәр: гидрофиттар (аҡ томбойоҡ, һары томбойоҡ, һыу үләне төрҙәре һ.б.), сциофиттар (йәшел таш абағаһы, тайтояҡ һ.б. күләгәле урындарҙа тереклек итеүселәр), галофиттар (татыр үләне, татырлан, шведка), олиготрофтар (мораҡ, мүк еләге, һаҙанаҡ, ысыҡ үләне һ.б.), петрофиттар (ҡуян кәбеҫтәһе, энә япраҡлы ҡәнәфер һ.б.); балыҡтар (мәҫ., европа бәрҙеһе, йылға бағыры, ҡыҙыл балыҡ) һ.б. ҡарай. С. кешенең хужалыҡ эшмәкәрлегенә бирешеүсән (йәшәү урындары ныҡ боҙолғанда, ҡағиҙә булараҡ, һәләк булалар). Күп С. (шаршы күкене, ярғанаттар, Гмелин ҡыйыҡтажы, йыуан тамырлы татыр үләне, ҡауырһынлы йәнәш япраҡ һ.б.) БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Л.Ғ.Наумова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019