Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАМЫҠБАШ КҮРӘН

Просмотров: 787

МАМЫҠБАШ КҮРӘН (Eriophorum), күрән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субарктик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Кәҫлектәр һәм түңгәктәр барлыҡҡа килтергән күп йыллыҡ тамырһабаҡлы үләндәр. Һабаҡтары цилиндр формаһында йәки өс ҡырлы, бейеклеге 15—80 см. Япраҡтары сиратлы, ҡыяҡ, яҫы йәки өс ҡырлы, тамыр яны япраҡтары оҙон, һабаҡ япраҡтары ҡыҫҡартылған йәки еңсәләргә тиклем редукцияға бирелгән. Сәскәләре ваҡ, ике енесле, тәңкәләр м‑н ҡапланған, суҡ йәки ҡалҡан рәүешле сәскәлектәр барлыҡҡа килтереүсе спираль һымаҡ башаҡтарға йыйылған. Сәскә эргәлеге аҡ йәки ерәнһыу төктәрҙән тора, улар, сәскә атҡандан һуң оҙонайып, мамыҡлыҡ барлыҡҡа килтерә. Апр.—майҙа сәскә ата. Емеше — сәтләүек, июнь— июлдә өлгөрә. Ҡырҡбашаҡ М.к. — респ. бөтә терр‑яһы буйлап һаҙлыҡтарҙа, үлән баҫа башлаған күлдәрҙә һәм һаҙлы болондарҙа, киң япраҡлы М.к. — Башҡортостандың Урал алдындағы һаҙлыҡтарҙа һәм һаҙлы болондарҙа, еңсәле М.к. респ. төньяҡ һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының иң юғары өлөштәрендәге сфагнум һаҙлыҡтарында үҫә. Сүсле үҫемлектәр, декоратив үҫемлектәр. Һомғол М.к. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән. 

А.Р.Ишбирҙин

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019