Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АДМИНИСТРАТИВ РАЙОН

Просмотров: 1654

АДМИНИСТРАТИВ РАЙОН, үҙ сиктәрендә бер нисә ауыл советын, ш. уҡ ҡала торамаларын (респ. ҡарамағындағы ҡалаларҙан тыш) берләштереүсе адм.‑терр. берәмек. А.р. үҙәктәре булып ҡалалар, ҡала тибындағы ҡасабалар һ.б. торама пункттар тора. Башҡортостанда А.р. БАССР ҮБК Президиумы һәм ХКС‑ының 1930 й. 20 авг. “Башҡорт АССР‑ында кантондар һәм улустарға административ бүлеүҙе бөтөрөү, райондарға бүлеүҙе һәм район системаһы буйынса идара итеүҙе урынлаштырыу” ҡарары һәм Бөтә Рәсәй ҮБК Президиумының 1930 й. 20 авг. “Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһын административ бүлеү тураһында” ҡарарына ярашлы ойошторола. 8 кантон (111 улус) нигеҙендә 1297 ауыл советын үҙ эсенә алған 48 район барлыҡҡа килә (ҡара: табл.). 1930 й. 15 окт. Верхотор р‑ны Тор тип үҙгәртелә. Бөтә Рәсәй ҮБК Президиумының 1932 й. 20 февр. ҡарарына ярашлы, Асҡын, Байҡы, Николо‑Берёзовка, Приют, Тор р‑ндары бөтөрөлә, Ҡариҙел р‑ны ойошторола; Ҡарағош р‑ны Стәрлебашҡа үҙгәртелә, Дыуан‑Мәсетле — Мәсетлегә, Яңы Ҡарамалы — Ауырғазыға. Бөтә Рәсәй ҮБК Президиумының 1933 й. 20 сент. ҡарары б‑са Баймаҡ‑Таналыҡ р‑ны Баймаҡ тип үҙгәртелә, Үрге Ҡыйғы — Ҡыйғы, Иҫке Балаҡатай — Балаҡатай, Иҫке Балтас — Балтас, Иҫке Күл — Нуриман, Ҡырғыҙ‑Миәкә — Миәкә. Бөтә Рәсәй ҮБК Президиумының 1934 й. 17 ғин. “Урал өлкәһен бүлеү тураһында” ҡарары м‑н БАССР‑ҙың Арғаяш һәм Ҡоншаҡ р‑ндары Силәбе өлк. бирелә (ҡара: Арғаяш башҡорт милли округы).

Бөтә Рәсәй ҮБК Президиумының 1935 й. 31 ғин. “Башҡорт АССР‑ының яңы райондар селтәре” ҡарарына ярашлы райондар бүлгеләнә, 14 яңы район ойошторола: Асҡын, Благовар, Боҙаяҙ, Иглин, Илеш, Йомағужа, Йәрмәкәй, Краснокама (ошо исем м‑н элекке Николо‑Берёзовка р‑ны тергеҙелә), Көйөргәҙе, Малаяҙ, Тәтешле, Фёдоровка, Шаран, Әлшәй; Мораҡ р‑ны Күгәрсенгә үҙгәртелә. 1936 й. респ. 56 район була. Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 1936 й. 20 мартындағы ҡарары б‑са Топорнин р‑ны Кушнаренко тип үҙгәртелә. Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 1937 й. 20 мартындағы ҡарарына ярашлы 6 яңы район булдырыла: Байҡыбаш, Воскресенка, Ишембай, Ҡандра, Матрай, Покровка. Респ. райондар һаны 62‑гә етә. РСФСР ЮС‑ы Президиумының 1939 й. 25 июнендәге указы м‑н Оло Теләк р‑ны ойошторола, 1940 й. 10 февр. м‑н — Ишембай р‑ны бөтөрөлә, 1940 й. 23 нояб. м‑н — Красноусол р‑ны Ғафури, 1941 й. 4 мартындағы м‑н — Малаяҙ р‑ны Салауат тип үҙгәртелә, 1946 й. 20 мартындағы м‑н — Абҙан р‑ны ойошторола, 1948 й. 21 авг. м‑н — Әшә ҡ. тирәһендә Башҡорт АССР‑ы һәм Силәбе өлк. араһындағы сик үҙгәртелә. 1952—53 йй. респ. Стәрлетамаҡ өлкәһенә (25 А.р.) һәм Өфө өлкәһенә (38 А.р.) бүленә. 50‑се йй. аҙ. — 60‑сы йй. башында райондар эреләтелә. РСФСР ЮС‑ы Президиумының 1956 й. 4 июлендәге указы м‑н Абҙан, Боҙаяҙ, Воскресенка, Ҡандра, Ҡариҙел, Матрай, Оло Теләк р‑ндары бөтөрөлә. Респ. 56 район ҡала.

Совет органдарын производство принцибы б‑са үҙгәртеп ҡороуға бәйле, РСФСР ЮС‑ы Президиумының 1963 й. 1 февр. указы м‑н БАССР ЮС‑ы Президиумының 1963 й. 11 ғин. 20 ауыл һәм 1 сәнәғәт (Нуриман) районын ойоштороу т‑дағы ҡарары раҫлана. Архангел, Асҡын, Ауырғазы, Байҡыбаш, Баҡалы, Балтас, Бишбүләк, Благовар, Благовещен, Бөрйән, Бүздәк, Ғафури, Дүртөйлө, Дыуан, Дәүләкән, Иглин, Йомағужа, Йылайыр, Йәрмәкәй, Көйөргәҙе, Краснокама, Кушнаренко, Күгәрсен, Ҡалтасы, Ҡыйғы, Маҡар, Мишкә, Миәкә, Мәсетле, Покровка, Стәрлебаш, Тәтешле, Учалы, Фёдоровка, Шаран, Әбйәлил р‑ндары бөтөрөлә, Ҡариҙел р‑ны яңынан ойошторола. РСФСР ЮС‑ы Президиумының 1964 й. 3 мартындағы указы м‑н Баҡалы, Иглин, Ҡалтасы, Стәрлебаш р‑ндары булдырыла; 1965 й. 13 ғин. м‑н — 17 яңы район ойошторола: Асҡын, Ауырғазы, Бишбүләк, Благовещен, Ғафури, Дүртөйлө, Дәүләкән, Ишембай, Кушнаренко, Күгәрсен, Күмертау, Ҡыйғы, Мишкә, Миәкә, Мәсетле, Учалы, Әбйәлил; Иглин р‑ны бөтөрөлә. РСФСР ЮС‑ы Президиумының 1965 й. 29 ғин. указы м‑н Фёдоровка р‑ны; 1965 й. 4 нояб. м‑н — Архангел, Балтас, Бөрйән, Бүздәк, Дыуан, Йылайыр р‑ндары яңынан булдырыла. РСФСР ЮС‑ы Президиумының 1966 й. 30 дек. указы м‑н Благовар, Иглин, Тәтешле, Шаран р‑ндары, 1968 й. 13 дек. м‑н — Йәрмәкәй р‑ны, 1972 й. 31 мартындағы м‑н — Краснокама р‑ны ойошторола. БР ЮС‑ы Президиумының 1992 й. 17 дек. указы м‑н Күмертау р‑ны Көйөргәҙе р‑нына үҙгәртелә. Респ. райондар һаны 54 була.

БР-ҙа майҙаны б-са иң бәләкәйе Тәтешле р‑ны (1376 км2), иң ҙуры — Белорет р‑ны (11307 км2); халыҡ һаны б-са 2010 й. ҡарата иң аҙы Бөрйән р‑нында (16,7 мең), иң күбе — Шишмә р‑нында (52,3 мең); халыҡтың уртаса тығыҙлығы 1 км2 11 кеше (иң аҙы — 3,5 кеше Бөрйән р‑нында, иң күбе — 28,6 кеше Шишмә р‑нында), ауыл торама пунктарының уртаса һаны — 86 (иң аҙы — 34 Бөрйән р‑нында, иң күбе — 136 Ауырғазыла); а.х. ерҙәренең уртаса майҙаны — 133,1 мең га (иң бәләкәйе — 42,5 мең га Бөрйән р‑нында, иң ҙуры — 332,7 мең га Баймаҡ р‑нында). 26 районды тимер юлдар, 12‑һен йылғаларҙың суднолар йөрөй торған урындары киҫеп үтә. 42 районда нефть, 24 — тәбиғи газ (эйәрсен), 3 — баҡыр колчеданы мәғдәндәре, 4 — саф алтын, 2 — тау‑химия сеймалы (аш тоҙо һәм эзбизташ) сығарыу, 11 — сәнәғәт өсөн урман әҙерләү эштәре алып барыла. А.р. иҡтисад структураһы, инфраструктура һәм халыҡтың йәшәү кимәле м‑н айырыла. Туймазы, Краснокама, Ишембай, Бәләбәй, Бишбүләк, Яңауыл (нефть сығарыу), Баймаҡ, Учалы, Хәйбулла (мәғдән сығарыу һәм байыҡтырыу), Көйөргәҙе (һоро күмер сығарыу һәм брикетлау), Өфө, Стәрлетамаҡ, Мәләүез (нефть химияһы һәм нефть эшкәртеү, химия үҙәктәре), Белорет (ҡара металлургия) р‑ндарында, ш. уҡ Магнитогорск ҡ. сәнәғәт пр‑тиеларының кире экологик йоғонтоһон кисереүсе Әбйәлил р‑нында экологик хәл насар. Шулай уҡ ҡара: Административ‑территориаль ҡоролош.

Әҙәб.: Альмухаметова З., Баймуратова Х.Г., Исянбаев М.Н. Проблемы социально-экономического развития и обеспечения занятости населения регионов Республики Башкортостан // Ватандаш. 2001. №1.

М.Ф.Хисмәтов

Тәрж. З.Б.Латипова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019