Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАНТОН

Просмотров: 1624

КАНТОН, 1) Рәсәйҙә идара итеүҙең кантон системаһы осоронда хәрби-терр. берәмек. 1798 й. 10 апр. указ м‑н раҫлана. Терр. (өйәҙ) принцип б‑са ойошторолған, йорттарға (башҡ. һәм мишәр К.) һәм полктарға (казак) бүленгән; йыш ҡына бер үк улус терр‑яһы бер нисә К. бүленгән. Башында кантон башлыҡтары торған, улар йәшәгән урын К. үҙәге (штаб-квартираһы) һаналған. К. атамаһы булмаған, һандар м‑н билдәләнгән. Башҡортостан терр‑яһында 23—11 башҡ. (1‑се К. Уҫы өйәҙе һәм Пермь өйәҙе, 2‑сегә — Екатеринбург өйәҙе һәм Шадринск өйәҙе, 3‑сөгә — Троицк өйәҙе, 4‑сегә — Силәбе өйәҙе, 5‑сегә — Бөрө өйәҙе, 6‑сыға — Верхнеурал өйәҙе, 7‑сегә — Өфө өйәҙе, 8‑сегә — Стәрлетамаҡ өйәҙе, 9‑сыға — Ырымбур өйәҙе, 10‑сыға — Бөгөлмә өйәҙе, 11‑сегә — Минзәлә өйәҙе башҡорттары ингән), 5 мишәр (1‑се К. Троицк һәм Силәбе өйәҙе, 2‑сегә — Бөрө һәм Минзәлә өйәҙе, 3‑сөгә — Стәрлетамаҡ өйәҙе; 4‑сегә — Өфө өйәҙе, 5‑сегә — Бөгөлмә өйәҙе мишәрҙәре ингән), 5 Ырымбур казактары һәм 2 Урал казактары К. ойошторола. 1803 й. башҡ. К. 12 булып китә (1‑сеһе — Уҫы һәм Пермь өйәҙе, 2‑еһе — Екатеринбург һәм Красноуфимск өйәҙе, 4‑сеһе — Троицк, 5‑сеһе — Силәбе, 6‑сыһы — Верхнеурал, 7‑сеһе — Стәрлетамаҡ, 8‑сеһе — Өфө, 9‑сыһы — Ырымбур, 10‑сыһы — Бөрө өйәҙе, 11‑сеһе — Минзәлә, Алабуға өйәҙе һәм Сарапул өйәҙе, 12‑сеһе Бөгөлмә, Бәләбәй өйәҙе һәм Боғорослан өйәҙе терр‑яһында), 1832 й. 13 башҡ. К. иҫәпләнә (4‑се К. 4‑се Загорный һәм 4‑се Көнбайыш К. бүленеп, 1847 й. 4‑се һәм 5‑се К. тип атала башлай). 1855 й. К. һаны 28‑гә етә (ҡара: табл.), 1863 й. 11‑гә ҡалдырыла (сиктәре өйәҙҙәрҙекенә яҡынлай; 1‑се К. шулай уҡ Ырымбур, 2‑се К. — Верхнеурал, 3‑сө К. — Троицк, 4‑се — Силәбе, 5‑се — Красноуфимск, 6‑сы — Бөрө, 7‑се — Минзәлә, 8‑се — Боғорослан, 9‑сы — Бәләбәй, 10‑сы — Өфө, 11‑се Стәрлетамаҡ К. тип атала башлай). 1847 й. 1‑се мишәр К. бөтөрөлә, уның терр‑яһы 4‑се һәм 5‑се башҡ. К. составына инә. 1865 й. К. бөтөрөлә (ҡара: Административтерриториаль ҡоролош).

2) 1920—30 йй. Рәсәйҙә адм.-терр. берәмек. 3‑сө Бөтә башҡорт ҡоролтайы (1917 й. дек.) ҡарары м‑н авт. Башҡортостан терр‑яһы 9 К. һәм 73 улусҡа бүленә. 1919 й. 20 мартында ҡул ҡуйылған “Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү”гә ярашлы, респ. терр‑яһы 13 К. (Арғаяш кантоны, БөрйәнТүңгәүер кантоны, Дыуан кантоны, Ете ырыу кантоны, Көҙәй кантоны, Ҡошсо кантоны, Ҡыпсаҡ кантоны, Табын кантоны, ТамъянҠатай кантоны, Туҡ-Соран кантоны, Үҫәргән кантоны, Юрматы кантоны, Ялан кантоны) һәм 135 улустан тора. К. улустарға һәм ауыл советтарына бүленә. К. советтарҙың кантон съезында һайланған кантон башҡарма ком‑ты (1920 й. тиклем Башревком тәғәйенләгән кантон ХРК) идара иткән; ул БашҮБК‑ға (1920 й. уртаһына тиклем Башревкомға) буйһонған, улус һәм ауыл башҡарма ком‑ттары эшмәкәрлегенә йүнәлеш биргән. 1919 й. июлендә Ете ырыу һәм Ҡыпсаҡ К. — Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантонына, сент. Дыуан һәм Ҡошсо К. ДыуанҠошсо кантонына берләштерелә. 1921 й. ғин. Стәрлетамаҡ кантоны ойошторола. 1922 й. БАССР терр‑яһы 8 К. (Арғаяш, Бәләбәй, Бөрө кантондары, Йылайыр кантоны, Мәсәғүт кантоны, Стәрлетамаҡ, Тамъян‑Ҡатай, Өфө кантондары) һәм 290 улусҡа (1926 й. — 111) бүленә. Бөрйән-Түңгәүер, Дыуан‑Ҡошсо, Ҡыпсаҡ‑Ете ырыу, Көҙәй, Табын, Туҡ‑Соран, Үҫәргән һәм Юрматы К. бөтөрөлә, Ялан К. Силәбе губернаһына ҡушыла. Административ райондар ойошторолғандан һуң 1930 й. авг. БАССР‑ҙа К. бөтөрөлә.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Башҡортостан кантондары (1855)

Кантон һаны

Йорттар иҫәбе

Попечителлек һаны

Өйәҙҙәр

9‑сы ревизия б‑са халыҡ иҫәбе (1850)

Кантон үҙәге

 

 

 

 

башҡорттар

мишәрҙәр

типтәрҙәр

бөтәһе

 

1-се хеҙмәтле

10

1

Быҙаулыҡ

23585

710

1599

25894

Яманғол

2-се хеҙмәтле

12

1

Ырымбур

25379

 

 

25379

Сәйеткол

3-се хеҙмәтле

10

1

Ырымбур

22070

 

 

22070

Ейәнсура

4-се хеҙмәтле

12

2

Верхнеурал

23783

 

 

23783

Юлдыбай

5-се хеҙмәтле

13

2

Верхнеурал

24501

 

130

24631

Темәс

6-се хеҙмәтле

13

2

Верхнеурал

24524

 

101

24625

Сәрмән

7-се

10

3

Троицк

7332

1210

9210

17752

Туңғатар

8-се

23

3

Красноуфимск, Ырымбур, Троицк, Өфө

28379

7004

11369

46752

Троицк өйәҙе Түб. Ҡыйғы

9-сы

10

4

Силәбе

17827

971

 

18798

Мәтеле

10-сы

10

4

Силәбе

12913

5785

206

18904

Атйетәр

11-се

13

4

Екатеринбург, Шадринск

12472

12245

 

24717

Һары

12-се

9

5

Уҫы

17029

 

980

18009

Елпачиха

13-сө

14

5

Бөрө

14334

5227

23699

43260

Байғужа

14-се

20

5

Бөрө

17963

113

11001

29077

Ваныш-Алпаут

15-се

20

5

Бөрө

13404

14059

21385

48848

Боғҙан

16-сы

15

5

Бөрө

14580

6019

16615

37214

Әсән

17-се

6

6

Алабуға, Сарапул

5177

 

7088

12265

Алабуға өйәҙе Салағыш

18-се

19

6

Минзәлә

31479

506

16271

48256

Мәстәй

19-сы

12

6

Минзәлә

16169

413

12968

29550

Нөркәй

20-се

17

7

Бәләбәй

11872

2461

23526

37859

Иҫке Дөмәй

21-се

19

7

Бәләбәй

17233

4565

21915

43713

Төпкилде

22-се

17

7

Бәләбәй

18840

9925

7735

36500

Себенле

23-сө

19

7

Бөгөлмә, Боғорослан, Быҙаулыҡ

14506

13

30577

45096

Бөгөлмә өйәҙе Ҡыҙылъяр

24-се

17

8

Өфө

5865

22311

8426

36602

Ғүмәр

25-се

14

8

Өфө

7235

6747

12531

26513

Ҡабаҡ

26-сы хеҙмәтле

14

9

Стәрлетамаҡ

10302

6527

9224

26053

Яңы Ҡарамалы

27-се хеҙмәтле

12

9

Стәрлетамаҡ

18105

743

5076

23924

Усман

28-се хеҙмәтле

14

9

Стәрлетамаҡ

22739

3011

334

26084

Һабаш

Бөтәһе

390

 

 

479597

110565

251966

842128

  

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.05.2023