Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИКТИМЕРОВ Сәлмән Ғәлиәхмәт улы

Просмотров: 1404

БИКТИМЕРОВ Сәлмән Ғәлиәхмәт улы (14.8.1913, Ырымбур губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе 1‑се Кинйәабыҙ а., хәҙер БР‑ҙың Көйөргәҙе районы Кинйәабыҙ а., — 24.2.1971, шунда уҡ), Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. июленән Брянск, Көньяҡ-Көнбайыш, Ялан, Үҙәк, Белоруссия һәм 2‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 16‑сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы 60‑сы гвардия кавалерия полкының отделение командиры өлкән сержант Б. 1943 й. 18 сент. Березна һәм Бегач аа. өсөн һуғыштарҙа һәм 28 сент. Украина ССР‑ы Неданчичи а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1944) тыуған ауылында йәшәй һәм эшләй. Ленин ордены менән бүләкләнгән (1944). Б. исеме тыуған ауылындағы урамға бирелгән. Тыуған ауылында һәм Көйөргәҙе районы Ермолаевка а. Геройҙар аллеяһында (2018) уға һәйкәлдәр ҡуйылған.

Әҙәб.: В а л и А. Конники против танков //Славные сыны Башкирии. Кн.1. Уфа, 1965.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.01.2023