Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КИНЙӘАБЫҘ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1584

КИНЙӘАБЫҘ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Свобода а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К.‑Көнб. табан 33 км алыҫлыҡта Кесе Көйөргәҙе й. (Оло Юшатыр й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 317 кеше; 1920 — 299; 1939 — 269; 1959 — 176; 1989 — 179; 2002 — 157; 2010 — 147 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, Кинйә Арыҫланов музейы бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ даруғаның Бошман-Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары Кинйә исеме (тәүге төпләнеүсе Кинйә Арыҫлановтың исеменән) м‑н нигеҙ һала, 1770 й. алып билдәле. 19 б. башынан К. булараҡ иҫәпкә алынған. 19 б. уртаһында 2‑се Кинйәабыҙ бүлендек ауылы (20 б. 80‑се йй. юҡҡа сыға) барлыҡҡа килгәндән һуң 1‑се Кинйәабыҙ булараҡ теркәлә. 1795 й. 18 йортта 130 кеше йәшәгән, 1886 й. 50 йортта — 242 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ һыу тирмәне теркәлгән. 20‑се йй. алып 2‑се Кинйәабыҙ булараҡ иҫәпкә алынған, 2007 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Ғ.Ш.Арыҫланов, Н.Ғ.Арыҫланов, И.Й.Арыҫланов (ҡара: Арыҫлановтар), С.Ғ.Биктимеров ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019