Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЛАҒУШ, Шишмә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 619

БАЛАҒУШ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Енғалыш а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 45 км һәм Йоматау т. юл ст. К.‑Көнс. табан 23 км алыҫлыҡта Бильязы й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 467 кеше; 1920 — 496; 1939 — 443; 1959 — 201; 1989 — 51; 2002 — 272; 2010 — 241 кеше. Татарҙар, урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Енғалыш урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1789 й. купчий ҡағыҙы б‑са Өфө ҡаҙна палатаһы секретары Л.И.Благушин һатып алған Өфө өйәҙе Өршәк‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә алпауыт крәҫтиәндәре Благушино исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Нечаево исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. 43 йортта 314 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 бакалея кибете теркәлгән. 19 б. аҙ. Яңы Балағуш ҡасабаһы (20 б. 70‑се йй. ҡарай юҡҡа сыға) барлыҡҡа килгәс, Иҫке Балағуш тип иҫәпкә алынған. 30‑сы йй. алып хәҙерге исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019