Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОЛО ҠУҒАНАҠ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

Просмотров: 950

ОЛО ҠУҒАНАҠ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Ҡуғанаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 25 км һәм Ҡуғанаҡ т. юл ст. Т. табан 1 км алыҫлыҡта Ҡуғанаҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 883 кеше; 1920 — 858; 1939 — 1011; 1959 — 1923; 1989 — 2074; 2002 — 2574; 2010 — 2368 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Стәрлетамаҡ махсус нефть материалдары заводы, Ҡуғанаҡ керамик кирбес заводы, стена материалдары з‑ды эшләй. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, балалар йорто, участка дауаханаһы, Балалар ижады йорто, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Ҡуғанаҡ исеме м‑н Богоявленск заводы эргәһендәге ауыл булараҡ нигеҙ һалына. 18 б. аҙ. — 19 б. башында Ҡуғанаҡ й. буйында мордва, татар, сыуаш ауылдары барлыҡҡа килгәндән һуң, Оло Урыҫ Ҡуғанағы исемен ала. 1865 й. 167 йортта 1238 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр.Ауылда улус идараһы урынлашҡан, часовня булған. 1906 й. сиркәү (1881 й. төҙөлгән), земство мәктәбе, тимерлек, 2 бакалея кибете теркәлгән. 20 б. башынан хәҙ. исемен йөрөтә. С.И.Ковалёв ошо ауылда тыуған.

Ю.Ғ.Кәримов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019