Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠУНАҠҠОЛ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

Просмотров: 690

ҠУНАҠҠОЛ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Ҡыңғыр‑Мәнәүез а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 15 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнб. табан 31 км алыҫлыҡта Баҙлыҡ й. (Мәнәүез й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1170 кеше; 1920 — 1504; 1939 — 928; 1959 — 925; 1989 — 505; 2002 — 521; 2010 — 514 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Ҡыңғыр‑Мәнәүез урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет (ағастан төҙөлгән, 19 б. аҙ. архитектура ҡомартҡыһы) бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Илекәй‑Мең һәм Меркет‑Мең улустары башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1746 й., 1747 й. керҙәшлек килешеүҙәре б‑са ш. уҡ даруғаның Атйетәр а. (хәҙ. Ҡырмыҫҡалы р‑ны) яһаҡлы татарҙары (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) нигеҙ һала. 1795 й. бында ш. уҡ шарттарҙа Өфө өйәҙе Ураҙбаҡты (хәҙ. Шишмә р‑ны) һәм Бәләбәй өйәҙе Мәнәүезтамаҡ (хәҙ. Миәкә р‑ны) ауылдарының бер төркөм типтәрҙәре күсеп ултыра. Тәүге төпләнеүсе Ҡунаҡҡол Атйетәров исеме м‑н аталған. 1795 й. 79 кеше йәшәгән, 1865 й. 67 йортта — 503 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 2 тирмән-болғауыс булған. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019