Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӨГӨЛСӘН, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

Просмотров: 670

БӨГӨЛСӘН, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Ленин а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 24 км һәм Күмертау т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 18 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1297 кеше; 1920 — 1518; 1939 — 1009; 1959 — 628; 1989 — 511; 2002 — 581; 2010 — 582 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1764 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яңы суҡындырылған сыуаштар, суҡынған һәм суҡынмаған татарҙар нигеҙ һала. Шулай уҡ Ҡыҙыл Яр исеме м‑н билдәле булған. 18 б. аҙ. Б. алпауыт крәҫтиәндәре килеп урынлаша. 1865 й. 110 йортта 751 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү булған. 1906 й. земство мәктәбе, бакалея, шарап һәм 2 һыра кибете, мөгәзәй, пристань теркәлгән; шөғөлдәр араһында ш. уҡ сауҙа эше булған.

А.М.Нәсибуллина, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019