Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АБЫҘГИЛДИН Айрат Юнир улы

Просмотров: 952

АБЫҘГИЛДИН Айрат Юнир улы (15.6.1962, Ишембай ҡ. — 22.10.2016, Өфө ҡ.), инженер‑технолог. Техник фәндәр докторы (1998). Ю.М.Абыҙгилдиндың улы. И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте институтын тамамлағандан һуң (1984) ӨДНТУ‑ла эшләй (2002 й. алып инженер графикаһы кафедраһы мөдире). Фәнни хеҙмәттәре нефть эшкәртеү технологияларын уйлап табыуға һәм углеводород сеймалын эшкәртеү процестарының технологик схемаларын анализлауға арналған. А. тарафынан газ конденсаттарын меркаптандарҙан таҙартыу ысулдары эшләнгән, нефтехимия производстволарының төп технологик процестарының график моделдәре төҙөлгән.

 Х е ҙ м.: Линейные изображения схем установки риформинга //Химия и технология топлив и масел. 1995. №6; Информационные технологии и современные методы обучения //Горный вестник. 1997. №3.

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 07.04.2023